Яңы ҡанунға ярашлы, күҙәтеүсе органдар эшҡыуарҙарҙы тик план буйынса ғына тикшерә ала. Йәғни, документтарын һәм тауар сифатын һәр ваҡыт контролдә тотоп булмай. Ҡайһы бер намыҫлы эшҡыуарҙар тейешле ҡағыҙҙарҙы һәм тауарҙарын үҙ теләге менән килтереп тикшертә, тик бөтәһе лә түгел. Ә бына ябай халыҡтың һатыусыларҙан йә кибет хужаһынан тауар, уның сифаты, контроль үтеүе тураһында документтар талап итергә хоҡуғы бар. Ҡауын-ҡарбуздарҙы юл буйҙарында һатып алырға кәңәш итмәйҙәр. Сөнки, еләк автомобилдәрҙән эшкәртелеп сыҡҡан газдарҙы үҙенә туплай. Шулай уҡ, ярылған ере булған ҡарбуз да хәүефле. Сөнки, унда микроорганизмдар таралыуға уңайлы шарттар булдырыла, тип белдерә белгестәр.
Россельхознадзорҙың Башҡортостан филиалында, шулай уҡ Роспотребнадзорҙа емеш-еләктәрҙе, йәшелсәне нитраттарҙан тыш, терегөмөш, ҡурғаш, кадмий һәм мышьякҡа тикшерәләр. Быға тиклем халыҡтан ҡарбуздарҙың сифаты буйынса ялыуҙар булмаған тиерлек. Тикшереүгә алынған еләктәрҙең 90 проценттан ашыуында зарарлы матдәләр нормаға ярашлы булған. Тик барыһында ла түгел. Аңлашыла, үҫентеләрҙе ашламаларһыҙ үҫтереүе ҡатмарлы, әммә артыҡ булыуы кеше сәләмәтлегенә хәүефле. Талап буйынса, ҡарбуздың бер килограмында нитраттар 60 миллиграмдан артмаҫҡа тейеш. Күҙәтеүсе органдар үҙебеҙҙә етештерелгән, шулай уҡ сит илгә сығарылған һәм Рәсәйгә индерелгән аҙыҡ-түлекте контролдә тота. Шулай ҙа халыҡҡа үҙҙәренә лә уяу булырға кәңәш ителә. Ҡарбуздың сифатын, мәҫәлән, үҙеңә лә тикшерергә мөмкин. Бының өсөн билдәле бер-нисә ысул бар. Сауҙа кибеттәрендә еләктәге нитраттарҙы билдәләүсе ҡорамалдар ҙа етәрлек.