Өфөлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, ветерандар һәм уларҙың яҡындарының тештәрен бушлай дауалайҙар. Республика стоматология поликлиникаһы табиптары даими рәүештә Донбасҡа ла барып ҡайта. Күсмә модулдә белгестәр айҙар буйына эшләй. Ошо арала улар 1 мең ярымдан ашыу кешене ҡабул иткән. Закир Шәрипов репортажы.Фәрештә позывнойы алған хәрби күптән тештәрен дауаларға теләгән, әммә ваҡыты булмаған. Ул махсус хәрби операция башланыу менән Донбасҡа юллана. Һөжүм итеү отрядында хеҙмәт иткән яҡташыбыҙ төрлө ауыр хәлдәргә тарый. 2023 йылда яраланып, комиссия ҡарары менән өйөнә ҡайтарыла һәм тештәрен бушлай дауалатырға килә. Был юлы “Фәрештә” поликлиникаға ҡыҙын да алып килгән. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың яҡындары ла бушлай дауалана.2022 йылдан алып Республика теш дауалау поликлиникаһында 140-тан ашыу яугир һәм 57 туғанын ҡабул иткәндәр. Хәрбиҙәр ҡыҫҡа ялға ҡайтҡанда тиҙ арала тештәрен ҡаратыу һәм сиратһыҙ дауалау мөмкинлегенә эйә. Табиптар иһә үҙҙәре лә даими фронтҡа барып ярҙам күрһәтеп тора. Белгестәр билдәләүенсә, тәүҙә ауыр булған. Сөнки, шартлау тауыштары һәр ваҡыт ишетелеп тора. Медицина хеҙмәткәрҙәренең күсмә машинаһын хатта селтәр менән йәшереп тә ҡуйғандар. Табиптар тәүлек әйләнәһенә эшләгән һәм ялан шарттарында көнөнә 15 хәрбиҙе ҡабул иткән.Командировка мәлендә табиптар 1 мең ярымдан ашыу кешене дауалаған. Хәҙер уларҙың мөмкинлектәре лә артты. Поликлиника яңы күсмә модуль менән тәьмин ителгән. Бында пациенттарҙы дауалау өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған.Әле Республика теш дауалау поликлиникаһы белгестәре ғәҙәти тәртиптә эшләй – пациенттарҙы уңайлы бүлмәләрҙә ҡабул итә. Табиптар әйтеүенсә, әгәр кәрәк булһа улар бөгөн уҡ хәрбиҙәрҙе дауалау өсөн генә түгел, ә мораль яҡтан да ярҙам итер өсөн фронтҡа юлланырға әҙер.
Яугирҙар бушлай дауалана
Яугирҙар бушлай дауалана