Ул 35-се тапҡыр үткәрелә. Шулай уҡ «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара конкурсына ла старт бирелде.Республиканың Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» конкурсына 148 ғариза килгән, уларҙың 23-ө «Туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы» конкурсында ҡатнаша. Уҡытыусыларҙың ниндәй фәндән белем биреүе һәм хеҙмәт стажы мөһим түгел. Уның барышында «Туған тел һәм әҙәбиәт йыл уҡытыусыһы» конкурсын үткәреү айырым йүнәлеш булып тора. «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара конкурсында 55 башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, шул иҫәптән Силәбе өлкәһенән ике педагог һәм һөнәри белем биреү ойошмаларынан ике башҡорт теле уҡытыусыһы ҡатнаша. Башҡортостандың иң яҡшы уҡытыусыһының исеме 14 мартта билдәле була.
Өфөлә «Йыл уҡытыусыһы» конкурсы башланды
Өфөлә «Йыл уҡытыусыһы» конкурсы башланды