Башҡортостандың туристик маршрутына яңы пункт өҫтәлә

Башҡортостандың туристик маршрутына яңы пункт өҫтәлә

Быйыл Ишембайҙағы Верхотор ауылындағы комплекс файҙаланыуға тапшырыла. Ошо турала республика башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Ултырыш һәм унда ҡаралған мәсьәләләр тураһында хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибәтуллин. Башҡортостандың дәүләт идара итеү органдарында үҙгәрештәр. Республиканың фәнни-технология үҫешен хәҙер айырым комитет тәьмин итергә тейеш. Ошо турала Радий Хәбиров айырым белдерҙе. Субьект етәксеһе билдәләүенсә, ведомство алдында айырым һәм ҙур бурыстар билдәләнгән. Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты ла хәҙер функцияһын үҙгәртә. Ведомство дүшәмбенән яңы статус – министрлыҡ исеменә эйә. Уның етәксеһе лә билдәле. Министр итеп Вито Сабиров тәғәйенләнә. Башҡортостан иһә бөгөн партнерҙар ҙа эҙләй. Хеҙмәттәшлек баҡсасылыҡ ширҡәттәренә бәйле. Республика уларға ярҙам итергә әҙер. тик һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн баҡсасыларҙың үҙ вәкилдәре булырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта төбәк бюджеты ҡала янында биләмәләргә эйә булғандарҙың мохтажлығын ҡаплау өсөн аҡса бүлергә лә әҙер. Аҡса, бигерәк тә федераль бюджеттан бүленгән суммаларға өмөт итә ала Башҡортостан. Республиканың беренсел медицина ярҙам системаһын камиллаштырыу өсөн ил ҡаҙнаһынан миллиардтарса һумдар бүленеүе ихтимал. Республикала ҙур проект бойомға ашырыла. “Башҡортостан геройҙары” программаһына ҡушылыусылар күбәйә. Әлегә ғаризалар тапшырыусылар аһын 600 кешегә яҡын. Улар араһында ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар, ти Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Азат Баҙранов. Программаны бойомға ашырыуҙа уйлап эшләргә кәрәк. Республика етәксеһе Радий Хәбиров билдәләүенсә, кандидаттарҙы һайлағанда, уларҙың үҙ ҡыҙыҡһыныуы тураһында оноторға ярамай. Башҡортостанда уңайлы ҡала мөхите программаһына ярашлы, парк һәм аллеялар яңыртыла. Бөгөн күп кенә муниципаль биләмәләрҙең ғорурланырлыҡ урындары ла бар. Быйыл иһә Мәләүез, Нефтекаманы үҙгәрештәр көтә. Белореттың паркы ла йәй дауамында икенсе һулыш алырға тейеш. Дүшәмбе ултырышында ҡаралған йәнә бер мәсьәлә иғтибарға лайыҡ. Ул Башҡортостанда цифралаштырыуға арналды. Былтырғы һөҙөмтәләр ҡыуандырырлыҡ. Республикала 14 йәше тулған граджандарҙы иҫәпкә алғанда, халыҡтың 75 процент дәүләт хеҙмәттәрен күрһәтеүсе теге йәки был порталда теркәү уҙған. Ә Иглин, Өфө һәм Ҡырмыҫҡалы райондарына хәҙер башҡа ҡараш буласаҡ. Өфө агломерацияһына яҡын урынлашҡан был биләмәләр әүҙем үҫешкән берәмектәр тип һанала. Тап шуға ла ошо райондарҙы борсоған мәсьәләләргә яуаптар тиҙ арала табылырға тейеш.