Әсәлек капиталы аҡсаһын торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтеү ҡағиҙәләре үҙгәрҙе

Әсәлек капиталы аҡсаһын торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтеү ҡағиҙәләре үҙгәрҙе
  • Әсәлек капиталы аҡсаһын торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтеү ҡағиҙәләре үҙгәрҙе

Башҡортостанда быйылдан башлап әсәлек капиталы аҡсаһын торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтеү ҡағиҙәләре үҙгәрҙе. Хәҙер бының өсөн Рәсәйҙең Социаль фонды бүлексәһендә күсемһеҙ милектең торошо тураһында белешмә талап ителә, тип хәбәр итә Башинформ.Республика Социаль фондынан хәбәр итеүҙәренсә, әсәлек капиталы иҫәбенә торлаҡ һатып алырға мөмкин, ләкин ул йәшәргә яраҡлы тип табылған һәм торлаҡҡа ҡуйылған талаптарға тап килгән осраҡта ғына. Бындай документты муниципалитеттарҙа булдырылған ведомство-ара комиссиялар бирә. Әҙер йорт йәки уның бер өлөшөн һатып алырға мөмкин. Бинаны баһалау милексенең ведомство-ара комиссияға яҙған ғаризаһы буйынса башҡарыла, ғаризаны ҡарау ваҡыты – 30 көн. Баһалау һәм өйҙөң талаптарға тап килеүе тураһында һығымта биреү бушлай. Һығымта алғандан һуң сертификат хужаһы Социаль фонд бүлексәһенә әсәлек капиталы аҡсаһын тотоноу тураһында ғариза тапшыра ала. Торлаҡ мәсьәләләрен хәл итеү әсәлек капиталын файҙаланыуҙың иң популяр йүнәлештәренең береһе булып ҡала. 2024 йылда Башҡортостанда 17,5 мең сертификат хужаһы аҡсаны торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлткән.