"ДарМан" проектына 15 йыл. Ди-джей, МС һәм йырсынан торған музыкаль проект ошо йылдар эсендә нимәгә өлгәшкән? Башҡорт клуб музыкаһы ғынамы уларҙың төп йүнәлеше? Тормош һәм ижад маҡсатын “Дарман” проектының етәксеһе ди-джей Хан-Булат Сарбаев – башҡорт клуб музыкаһы һәм милли йыр-моң синтезын – халыҡ-ара ғына түгел, донъя кимәленә күтәреп, Башҡортостан мәҙәниәтен яңы дәрәжәгә сығарыуҙы алған
"ДарМан" музыкаль проектының юбилей кисәһе 28 мартта уҙасаҡ. "Өфө уттары" тапшырыуында концертҡа саҡырыу билеттары уйнатасаҡбыҙ. Тыңлағыҙ, ҡарағыҙ, ҡатнашығыҙ, билет отоғоҙ!
Онлайн тыңлау һәм ҡарау - һылтанма буйынса.