Архангел районының Аҙау ауылы биләмәһен әле тәртипкә килтерәләр, зыян күргәндәргә компенсация түләнә, халыҡты гуманитар ярҙам менән тәьмин итәләр. Ташҡын эҙемтәләре тураһында хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина репортажы. Физик әҙерлекте тикшерергә тура килер тип һис тә уйламаныҡ, ти 58 йәшлек Таңһылыу Москова. Һыу кинәт килде, шуға ла бар кәрәк-яраҡтар, йорт йыһаздары һыу аҫтында ҡалды. Ҡотҡарыусыларға үҙебеҙҙе күтәреп алып сығырға ғына ҡалғайны, ти ҡатын. Күҙ йәштәре ярҙам итмәгәнен бында һәр кем аңлай. Ташҡынға алдан әҙерләнмәгән өсөн улар тик үҙҙәрен генә ғәйепләй. Ғүмер буйы йыйған мөлкәт бер-нисә минут эсендә юҡҡа сыға. Таңһылыу Москованың күршеһе Вәғиз Мөлөкөвтың һөт кәзәһе һыуға батып үлгән. Ауылға бәлә килгәс Вәғиз ағайҙың ҡотолоп ҡалыуы ла тылсымға тиң. Әле ирҙең йорт эргәһендә ирекмәндәр ҙур боҙ киҫәктәрен вата. Аҙауҙар бындай һыу баҫыуҙы 50 йылдан ашыу күргәне юҡ. Тынысланырға ярамай, тәбиғәт үҙенең ҡырыҫлығын теләһә ниндәй ваҡытта күрһәтеүе ихтимал икәнен улар хәҙер бик яҡшы аңлай. Ауыл халҡы ҡотҡарыусыларға рәхмәтле. Ауыл һыу аҫтында ҡалғас берҙәмлек тә һиҙелә. Йәмәғәтселек, ҡотҡарыусылар, район хакимиәте берлектә халыҡҡа ярҙам ойоштора. Әле, ҡар һыуҙары киткәс тә, бында эштәр дауам итә. Аҙауҙа тирә-яҡ ауылдарҙан тиҙ арала килеп еткән ирекмәндәр ҙә үҙ эшен тейешле кимәлдә башҡара. Улар зыян күреүселәргә үҙ ихтыяры менән ярҙам итә. Йөрәк ҡушыуы шул булалыр инде, ти ирекмән Айҙар Халиҡов.Ауыл мәктәбенән кеше өҙөлмәй. Халыҡтың күп өлөшө тап ошонда ваҡытлыса йәшәү урынын тапҡан. Аҙыҡ-түлек, һыу, кейем, йәшәү өсөн бөтә кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итәләр уларҙы. Мәктәп биләмәһендә халыҡты ваҡытлыса урынлаштырыу пункты асылған. Аҙауҙа ғәҙәттән тыш хәл теркәлгәс тә, уны республика башлығы етди күҙәтеүгә алды. Радий Хәбиров халыҡты ҙур бәлә менән яңғыҙ ҡалдырмаясағын белдереп компенсация түләү мәсьәләһен күтәрҙе. Түләү бер кешегә 10 мең, ә ғаиләгә 50 меңдән дә артырға тейеш түгел. Урында был һәм башҡа мәсьәләлрҙе хәл итеү өсөн прокуратура хеҙмәткәрҙәрҙе халыҡ менән турынан-тура һөйләште. Архангел районы Аҙау ауылындағы ғәҙәттән тыш хәл береһен дә битараф ҡалдырманы. Властарҙың, йәмәғәтселектең, ирекмәндәрҙең берлектәге ярҙамы һөҙөмтәһендә Аҙауҙар ҙур бәләне йырып сыға алды. Инйәр үҙ ярҙарына кире ҡайтты.