Өфөнөң Шәһит Хоҙайбирҙен исемендәге үҙәк ҡала балалар китапханаһында үткән сара шулай атала. Бөйөк Еңеүҙең һикһән йыллығына арналған осрашыуҙа Өфөнөң 126-сы мәктәп уҡыусылары Мостай Кәрим исемендәге фонд директоры, Мостафа Сафа улының ҡыҙы Әлфиә Кәримова менән «Әлфиә хикәйәләре» китабы хаҡында һөйләште. Сараға шулай уҡ китаптың иллюстраторы Артур Василов та сҡырылғайны. Тулыраҡ хәбәрсебеҙ Гөлфиә Мәҡсүтова репортажында. Әлфиә Кәримова һорауҙар күп. Балаларға ғына хас ихласлыҡ менән бирелгән бар һорауҙарға ла ул тулы итеп яуап бирергә тырышты. Һорауҙар яуҙы ғына. Бала сағында ул нимә уйнарға яратҡан, яратҡан фильмы, аш-һыуы-балалар тартынып торманы. Осрашыуға уҡыусылар ҙа буш ҡул менән килмәгән. 2 һәм 3 класс уҡыусылары Әлфиә Мостаевнаға үҙ таланттарын күрһәтте.Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең һикһән йыллығына арналған осрашыу балалар китабы аҙналығы сиктәрендә үтә. Күптәр өсөн был осрашыу Башҡортостандың халыҡ шағирының ҡыҙы менән танышыу мөмкинлеге генә түгел, ә яҙыусы, уның тормош һәм ижад юлы тураһында тәү сығанаҡтан ишетеү. Бәлки, осрашыуға килеүселәрҙе лә Мостай Кәримдең тормошо ҙур үрҙәргә ҡанатландырыр. Әлбиттә, балаларҙың күбеһе Мостай ижады менән таныш түгел. Әлфиә Мостай ҡыҙы балалар менән атаһы араһында үҙенсәлекле күпер булып тора. Уҡыусылар Мостай Кәримдең «Әлфиә хикәйәләре» китабы менән танышты, ә был китап менән таныш булғандар, хикәйә буйынса һорауҙар бирҙе, хатта йыйынтыҡтан «Бәрәс һәм тәлмәрйен» әкиәтен сәхнәләштереп күрһәтте.« Инеш » нәшриәтендә сыҡҡан әкиәттәр китабы яңы биҙәлеш алды. Уҡыусылар шулай уҡ «Әлфиә хикәйәләре» китабы рәссамы Артур Вәсилов менән дә танышты. Иллюстратор китап биҙәү серҙәре хаҡында һөйләне. Был рәссамдың Мостай Кәрим әҫәрҙәре буйынса эшләнгән бишенсе китабы. Шәһит Хоҙайбирҙен исемендәге үҙәк ҡала балалар китапханаһында Мостай Кәрим йыш ҡунаҡ булған. Бында яҙыусының ҡул тамғаһы ҡуйылған китаптар ҙа һаҡлана. Китапхана хеҙмәткәрҙәре Мостай Кәримдең әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған спектаклдәр брошюраларын да һаҡлап бара. Осрашыу уҡыусылар өсөн бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле үтте. Әлфиә Мостай ҡыҙы осрашыу аҙағында балаларҙы күберәк яҡшы китаптар уҡырға, үҙеңде тәрбиәләргә, изге күңелле булырға саҡырҙы.
Дауамлы тарих
Дауамлы тарих