Стәрлетамаҡ һәм Илеш райондарының бер нисә хужалығы ужым иген культураларын һәм күп йыллыҡ үләндәрҙе минераль ашламалар менән туҡландырыуға төштө.Яҙғы баҫыу миҙгеле ошо агротехник саранан башлана. Киләһе этап – баҫыуҙарҙа дым ҡаплатыу, шунан һуң сәсеү. Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, баҫыу эштәре быйыл ғәҙәттәгенән 2-3 аҙнаға алдараҡ башланды. Бөтәһе 1 миллион гектарҙан ашыу майҙанда иген культураларын сәсеү планлаштырыла. Яҡынса 607 мең гектар майҙанда техник культуралар сәселәсәк.
Башҡортостанда яҙғы-баҫыу эштәре башланды
Башҡортостанда яҙғы-баҫыу эштәре башланды