Башҡортостандың 4 йылғаһында һыу кимәле күтәрелә бара.
Ғәҙәттән тыш хәл буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы тәүлектә Ыҡ йылғаһы Баҡалы районы Нағайбаҡ ауылы янында 19 сантиметрға, Ҡариҙел йылғаһы Нуриман районы Ҡыҙыл яр ауылы тәңгәлендә 15 сантиметрға, Дим йылғаһы Шишмә районы Бочкарев ауылы тирәһендә 12 сантиметрға, Ҡариҙел йылғаһы Шаҡша эргәһендә 11 сантиметрға күтәрелгән. Һуңғы тәүлектә Өфө, Балтас һәм Ауырғазы райондарында һыу баҫыу осраҡтары тураһында мәғлүмәт килгән. Барыһы 3 муниципаль берәмектә 6 хәо контролдә тотола.