«Һомай» йыры рус телендә

«Һомай» йыры рус телендә
  • «Һомай» йыры рус телендә

«Йола» башҡорт этно-төркөмө «Һомай» йыры менән бер нисә көндә танылыу яуланы, ул социаль селтәрҙәр буйлап таралды һәм «Бәйләнештә» селтәрендәге рейтингта 18-се урынға күтәрелде.Мәскәү йырсыһы Зарина Туликова «Һомай» йырын рус телендә башҡарҙы. Ул үҙенең видеояҙмаһын социаль селтәргә ҡуйған. Клип ҡыҫҡа ваҡытта миллион ҡарау йыйған. Күптәр рус ҡыҙының башҡортса йырлауын хуплай.