Өфөлә “Үлемһеҙ полк” акцияһында ғына 200 мең самаһы кеше ҡатнашҡан

Өфөлә “Үлемһеҙ полк” акцияһында ғына 200 мең самаһы кеше ҡатнашҡан
  • Өфөлә “Үлемһеҙ полк” акцияһында ғына 200 мең самаһы кеше ҡатнашҡан

Башҡортостанда Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған барлыҡ саралар ҙа юғары кимәлдә ойошторолдо. Был турала Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Республика башлығы белдерҙе. Радий Хәбиров билдәләүенсә, тәртип боҙоуҙар теркәлмәгән. Район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтарына, хөкүмәт ағзаларына күләмле сара өсөн рәхмәт белдерәм, тине Башҡортостане етәксеһе. Әйтәйек, Өфөлә “Үлемһеҙ полк” акцияһында ғына 200 мең самаһы кеше ҡатнашҡан. Ултырышта ҡаралған мәсьәләләр тураһында хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибатуллин сюжеты.Башҡортостан Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған төп тантаналарға йомғаҡ яһай. “Үлемһеҙ полкка” Башҡортостандан 510 мең ҡушылһа, Өфөләге һан 200 мең кешегә тиңләшә. Әммә, Еңеү көнө һәм уға арналған саралар йыл дауамында барасаҡ. Йыл дауамында барған тағы ла бер эш тураһында айырым әйтергә кәрәк. Был аграр тармаҡ. Республикала сәсеүҙең иң ҡыҙыу мәле. Бөгөнгә ширҡәттәр 740 мең гектар майҙанда кампанияны теүәлләгән. Майлы культуралар, сөгөлдөр баҫыуҙарында эштәр айырыуса әүҙем. Хатта ужым баҫыуҙары ла ҡыуандыра. Көҙҙән сәсеп ҡалдырылған арыш менән бойҙай яҡшы шытҡан. Иң хәүефлеһе – һауа торошо. Аграрийҙар ҡырауҙан ҡурҡа. Ә бына ауыл ерендә бөгөн айыҡ аҡыл кәрәк. Был йәһәттән “Айыҡ ауыл” проекты һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров был проектты уңышлы тип күрә. Тиҙҙән уның грант фонды ла артыуы ихтимал. Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов билдәләүенсә, проект хәҙер федераль кимәлдә лә яҡлау таба. Сөнки, һөҙөмтәләр яҡшы. Ни тиһәк тә, аҡса бөгөн халыҡтың йәшәү кимәлен яҡшыртыуға йүнәлтелә. Дүшәмбе кәңәшмәһенең бер өлөшө тулыһынса сәләмәтлеккә арналды. Мәҫәлән, һаулыҡты корпоратив нығытыу. Башҡортостандағы ойошмалар үҙ хеҙмәткәрҙәренең физик торошона хәҙер бөтөнләй ҡарашта. Компаниялар белгестәренең әүҙем тормош алып барыуын хатта финанс яҡтан да баһалап, өҫтәмә премиялар яҙыуы ихтимал.Ныҡлы һаулыҡ – Башҡортостандың яңы музейҙары менән танышыуға ҙур сәбәп. Мәҫәлән, Шүлгәнташ менән Турахан музей комплекстары. Был обьекттарҙа булып ҡайтҡан йөҙәрләгән мең туристар араһында Рәсәй субьекттарынан да сәйәхәтселәр бихисап, ти республиканың мәҙәни мираҫ обьекттарын һаҡлау идаралығы етәксеһе Салауат Ҡолбахтин.Киләсәктә, бәлки, ошо музей комплекстары тураһында айырым китаптар ҙа ташҡа баҫылыр. Сөнки, дүшәмбеләге ултырышта республикала баҫма әҙәбиәт тураһында ла ентекле фекер алышыу үтте. Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә хәҙер әҫәрҙәрҙе ҡытай телендә лә нәшер итәләр.Ултырышта иғлан ителгән оператив һандар тураһында ла әйтергә кәрәк. Башҡортостанда, мәҫәлән, урман янғындары теркәлгән. Ут Бөрйәндә 3 гектар майҙанға таралған. Юлдар һәм уларҙағы соҡорҙар һаман да актуаль. Ә табиптар иһә коронавирустан һаҡ булырға саҡыра.