Рәсәй Мәғариф министрлығы илдең барлыҡ субъекттарына тейешле тәҡдимдәр әҙерләгән.Сығарылыш кисәләрен уҙғарғанда мәктәптәрҙә Рәсәй флагын күтәреү һәм гимн башҡарыу, күп быуынлы һәм күп балалы ғаиләләрҙең вәкилдәрен ҡотлау, ата-әсәләрҙең, шул иҫәптән дәүләт наградалары менән бүләкләнгәндәрҙең, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың сығышы ҡаралған. Быйыл Башҡортостанда 9-сы класты – 50 меңдән ашыу кеше, ә 11-се класты 16 меңгә яҡын уҡыусы тамамлай. 24 майҙа Республика ҡануниәтенә ярашлы, иҫерткес эсемлектәр һатыу ҡәтғи тыйыла. Һабантуйҙар ойошторолған муниципалитеттарҙа ла ошондай сикләү индерелә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала һабан байрамдары 31 майҙан 19 июлгә тиклем ойошторола. Бынан тыш, июндең һуңғы шәмбеһендә билдәләнгән Йәштәр көнөндә лә хәмер һатырға ярамай. Тәжрибә күрһәтеүенсә, сикләү йәмәғәт тәртибен тәьмин итеүҙә һөҙөмтәле ысул.
Мәктәптәрҙә һуңғы ҡыңғырау байрамы – 24 майҙа, ә сығарылыш кисәләре 28 июндә үтәсәк
Мәктәптәрҙә һуңғы ҡыңғырау байрамы – 24 майҙа, ә сығарылыш кисәләре 28 июндә үтәсәк