Тынғы белмәҫ ветеран.
Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында йәшәүсе Абдулла Ваһапов быйыл 91 йәшен билдәләне. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ул донъя, ил һәм Башҡортостанда барған ваҡиғалар менән һәр ваҡыт танышып бара, район тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Гәзит-журналдарҙы ла ул күҙлекһеҙ уҡый. Был йортта ике яугирҙың орден-миҙалдары һаҡлана. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Ноғоман Ваһапов фронтҡа китә. Ә уның улы Абдулла мәктәптә уҡып йөрөгән була. 7-се класты тамамлағас һәм мәктәптә бер аҙ эшләп алғас, йәш егетте лә хәрби хеҙмәткә саҡыралар. Яугирҙар ике фронтта һуғыша. Ноғоман Ваһапов Германия илбаҫарҙары менән алышһа, улы көнсығышта илебеҙҙе һаҡлай. Унда ла Ҡыҙыл армия һалдаттарына еңелдән булмай. Яугир 1943-сө йылдың ноябрендә Приморье крайына килеп эләгә. Бында ул Кореяны япондарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. 18 йәшлек егет 85-се айырым пулемет-артиллерия батальонында алыша. Ҡаһарманлығы өсөн 14 награда, шул иҫәптән “Кореяны азат итеү өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән. Абдулла Ваһаповҡа 1950-се йылда ғына тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға тура килә. Көнбайыштан уның атаһы ла иҫән ҡайта. Тыныс тормошта ветеран дәүләт органдарында һәм учреждениеларында яуаплы вазифалар биләй. Әле лә яугир Башҡортостан, ил һәм донъя яңылыҡтары менән даими танышып бара. Бөйөк Ватан һуғышы ветеранын тел, илдәге сәйәсәт, йәштәрҙең белемгә, эшкә ынтылмауы борсой. Бигерәк тә Абдулла Ваһаповты донъяла барған ваҡиғалар уйландыра.