Муниципаль берәмектәрҙең стратегик үҫеш буйынса үҙ программалары булырға тейеш

Тулыраҡ: Муниципаль берәмектәрҙең стратегик үҫеш буйынса үҙ программалары булырға тейеш

Ошондай проекттар ҡала-райондарҙы иҡтисади яҡтан һауыҡтырыуҙың төп юлы. Был хаҡта бөгөн, республика Хөкүмәтендә, Премьер – министр Рөстәм Мәрҙәнов етәкселегендәге ултырышта әйтелде. Муниципаль берәмектәрҙең стратегик үҫеш программалары үҙ сиратында халыҡтың йәшәү кимәлендә лә сағыласаҡ. Бындай документтарҙа халыҡтың килемен арттырыу айырым күрһәтелерегә тейеш, тигән фекерҙә Башҡортостандың стратегик тикшеренеүҙәр институты директоры Азат Йәнгиров. Бөгөнгө ултырышта ҡаралған тәҡдимдәр артабан да иғтибар үҙәгендә буласаҡ.