Умартасылар кәмей

Тулыраҡ: Умартасылар кәмей

Архангел районы Үрге Ләмәҙ ауылы умартасыларын башҡорт тоҡомло бал ҡорттарының юҡҡа сығыуы борсой. Ике йыл элек ауылда 17 кеше умарта тотһа, әле улар һаны дүртәүгә генә ҡалған. Башҡа умарталыҡтар тар-мар ителгән. Бының сәбәбе  — ситтән килтерелгән карпат тоҡомло бал ҡорттары, тип һанай ауыл халҡы. 50-нән ашыу умартанан ни бары 14. Үрге Ләмәҙ ауылында йәшәүсе Әфҡәт Морсалов ҡортсолоҡ менән 20 йылдан ашыу шөғөлләнә. Әммә бындай хәлде ул беренсегә кисерә. Уға һәм башҡа ауылдаштарына һәр яҙ һайын тиҫтәләгән буш умартаны бушатып ҡуйырға тура килә. Ике төрлө тоҡом бал ҡорттары бер-береһенә яҡын йәшәргә тейеш түгел, ти ҡортсолар. Беренсенән, борондан был ерҙәрҙә йәшәгән башҡорт ҡорттарының үҙенсәлеге үҙгәрә: улар һалҡынға һәм төрлө сирҙәргә бирешә, бер нисә йылдан юҡҡа сыға. Икенсенән, карпат ҡорттары бал урлай. Карпат тоҡомло ҡорттарҙы Үрге Ләмәҙ ауылына Венер Хөснитдинов алып килгән. Венер Хөснитдинов бәхәсте урынһыҙ, тип һанай. Уның умарталығында урындағы бал ҡорттары ла, карпат тоҡомлолары ла бергә йәшәй. Тиҙҙән умартасы уртаҡ бер тоҡом бал ҡорттарын алырға ниәтләй.Умартасылар йыл һайын күпләп бал ҡорттарын юғалтыуҙан аптырап, урындағы ветеринарҙарға мөрәжәғәт иткәндәр, әммә яуап юҡ. Башҡортостандың умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге генераль директоры Әмир Ишемғолов, закон башҡорт тоҡомло бал ҡорттарын тотоусылар яҡлы, тип белдерә.Архангел умартасылары ла һаҡлау зонаһын булдырыу һәм сит тоҡомло ҡорттарҙы шул сиктәрҙән үткәрмәү яҡлы. Бындай ҡарарҙы Үрге Ләмәҙ ауылы халҡы йыйылышта ҡабул иткән һәм ситтән ҡорттар алып инеүҙе контролдә тотоусы совет булдырған. Ауылда йәшәүсе күпселек халыҡҡа умартасылыҡ төп килем сығанағы. Быйыл уларҙың бал һатыу мөмкинлеге юҡ. Әммә киләһе йылдарҙа ата-бабаларының кәсебен дауам итеүселәр тик башҡорт балын һатырға ниәт итә.