Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 21.03.2023 Бөтә донъя шиғриәт көнө. Гөлназ Ҡотоева менән әңгәмә

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Өфө уттары - 21.03.2023 Бөтә донъя шиғриәт көнө. Гөлназ Ҡотоева менән әңгәмә

21 март – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Ошо уңайҙан шиғырҙары менән күптәрҙе һоҡландырған һәм моңландырған күренекле шағирә Гөлназ Ҡотоеваны "Өфө уттары" тапшырыуының шишәмбе сығарылышына саҡырҙыҡ. Заманса йәшәйештә шиғриәттең мәғәнәһе, уның тәрән тәрбиәүи роле хаҡында һөйләштек.

Шулай уҡ, "Башҡортостан ҡыҙы" журналының 55 йыллыҡ юбилейы хаҡында ла һүҙ алып барылды. Республикабыҙҙа ғына түгел, унан ситтә, төрки телле илдәрҙә лә, баҫманы ҡыҙыҡһынып уҡығандары, журналдың бик популяр булыуы һөйөнөслө.

Билдәле шағирә, журналист, филология фәндәре кандидаты, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, "Башҡортостан ҡыҙы" журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева ошо кимәлде нисек төшөрмәй һаҡлай белә? Ижадсы булараҡ ҡайҙан илһам ала? Етәксе һәм ижадсы эшен нисек берләштерә? Ошолар хаҡында "Өфө уттары" тапшырыуының 21-се март сығарылышында һөйләштек.