Быйыл “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проекты сиктәрендә Башҡортостандың терәк селтәре булған юлдар тәртипкә килтереләсәк.Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфө-Инйәр-Белорет, Стәрлетамаҡ- Белорет-Магнитогорск, Магнитогорск-Ира, Белорет-Учалы-Миәс юлдары төҙөкләндереләсәк. Башҡаланы район үҙәктәре менән тоташтырған, турист объекттарына, эре сәнәғәт предприятиеларына йәки кластерҙарға алып барған юлдар терәк селтәре тип атала. 2030-сы йылға тиклем республикала ошондай юлдарҙың 85 проценты тәртипкә килтерелергә тейеш.
Йәшәү өсөн инфраструктура
Йәшәү өсөн инфраструктура