Хөкүмәт яуап тотто

Хөкүмәт яуап тотто
  • Хөкүмәт яуап тотто

Республиканың Министрҙар Кабинеты уҙған йылдағы эш һөҙөмтәләрен иғлан итте. Хөкүмәттең эшмәкәрлегенә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарының сираттағы ултырышында баһа бирелде. Башҡортостан Хөкүмәте сәйәсәтендәге төп йүнәлеш, әлбиттә, махсус хәрби операция. Яугирҙәр, уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеүгә былтыр республика ҡаҙнаһы 13 миллиард 400 миллион һум аҡса бүлгән. Төбәктең махсус программаһы исемлегендә 43 пункт бар. Премьер-министр Андрей Назаров билдәләүенсә, Башҡортостан алғы һыҙыҡҡа, Рәсәйҙең яңы субьекттарына 146 тапҡыр гуманитар ярҙам оҙатҡан. Социаль сәйәсәт һәр саҡта айырым иғтибарҙа. Башҡортостан фельдшер-акушерлыҡ пункттарын төҙө, юлдар һалыу, күперҙәрҙе сафҡа тапшырыуға ҙур өҫтөнлөк бирә. Башҡортостан Хөкүмәтенең 2025-се йылғы маҡсаттары нигеҙе лә социаль сәйәсәткә ҡоролған. Быйыл республикала 10 мең уҡыусыға иҫәпләнгән 9 өр-яңы мәктәп файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Министрҙар кабинетының эшмәкәрлеген парламент та юғары баһалай. Закондар сығарыу һәм башҡарма власть органдарының үҙ-ара ыңғай һәм конструктив мөнәсәбәте субьект халҡы йәшәйешендә асыҡ сағыла. Премьер-министр Андрей Назаровтың телмәре Башҡортостан Хөкүмәте, район-ҡалалар хакимиәттәре, төрлө министрлыҡ-ведомстволар өсөн стратегик документ булып иҫәпләнә.