Бөтә донъя модельерҙарҙы Санкт-Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн үҙҙәренең коллекцияларын тәҡдим итәсәк. Проектта Башҡортостан дизайнерҙары ла ҡатнаша. Конкурста ҡатнашырға теләк белдергән тәүге дизайнер менән беҙҙең хәбәрселәр осрашты. Андорра Гүзал Хәсәнова өсөн дүрт аяҡлы дуҫ ҡына түгел. Ғәҙөти тормошта юл курһәтеүсе, күңелһеҙ хәлдәрҙан аралаусы, уның күҙҙәре һәм һаҡлаусыһы. Берҙәм стилдә кейенеү ҙә мода артынан ҡыуыу түгел. Туҡталышта кемдер автобус номерын әйтер, йә ҡарап йылмайыр. Һар хәлдә улар йәмғиәттең иғтибарын үҙҙәренә йәлеп итә.Дизайнер Елена Степанова мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн уларҙың барлыҡ теләктәрен иҫапкә алып «Эт һәм уның кешеһе» тип аталған коллекция теккән. Ел-һыу үткәрмәй торған туҡыманан, берҙам стилдә башҡарылған кейем уңайлы, сағыу ҙа. Проект авторҙарының теләге юл күрһәтеүсе эттәргә һәм уның насар күреүсе йә һуҡыр хужаһына кешеләрҙең иғтибарын арттырыу һәм эткә ҡарата агрессияны кәметеү. Дизайнер фекеренсә, МХО-нан күреү һәләтен юғалтып ҡатҡан яугирҙәр өсөн был кейемдәр урынлы буласаҡ. «Эт һәм уның кешеһе» тип аталған коллекцияла барыһы ла уйланған, тип шатлана Гүзәл. Ҡараңғыла яҡтыртыу элементтары ла, элгәсәктәре лә. Андорраның әллә күпме кейеме бар, ә быныһы – иң яратҡаны.Ошо көндәрҙә “Ҡанаттарҙа” тип аталған адаптив кейем тегеүселәрҙең халыҡ-ара конкурсы иғлан ителде. Елена Степанова унда ҡатнашырға теләк белдергән Башҡортостандан тәүге дизайнер. Әммә уларҙың һаны күп буласаҡ тине Ватанды һаҡлаусылар фондының республика буйынса етәксеһе. Ә был – Стәрлебаш районынан Хәмиҙуллиндар ғаиләһе. Ҡораллы көстәр ветераны ғаиләһе МХО башланғандың тәүге көндәренән үк яугирҙәргә йылы кейем тегә. Уларҙың эшмәкәрлеген тотош ауыл халҡы күтәреп алған. Бөгөн “Үҙебеҙҙекеләргә тегәбеҙ” тип аталған ирекмнәдәр цехында 15 ҡатын- ҡыҙ. Улар госпиталдә дауаланған яугирҙәр өсөн адаптив кейем тегә. 2 йыл эсендә оҫтарған улар. Генерал Шайморатовтың папахаһы ғына үҙе ни тора. Егеттәр был баш кейемен йыш һорай, тегенсе ирекмәндәр. Санкт-Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы сиктәрендә үтәсәк “Ҡанаттарҙа” конкурсында дизайнерҙар һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн үҙҙәренең коллекцияларын тәҡдим итәсәк. Форумда модельерҙар Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн уңайлы кейем булдырыу буйынса иң яҡшы тәжрибәләр тураһында фекер алышасаҡ. Ете номинацияла еңеүселәр үҙ проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн Дәүләт ярҙамы аласаҡ.
Мөмкинлек ҡанаттары
Мөмкинлек ҡанаттары