Өфө районының бер мәктәбе уҡыусылары ғына дрондан һаҡлаусы 80 берәмек селтәр үргән. Ә уларға махсус хәрби операция ветераны каска, бронежилет, экипировка, һаҡланыу саралары бүләк итте. Алексеевка урта белем биреү мәктәбенән репортаж ҡарағыҙ. Рәжәп Арыҫлановҡа дрондарҙан һаҡланыу өсөн уҡыусылар әҙерләгән селтәр яҡшы таныш. Махсус хәрби операция ветераны билдәләүенсә, тап улар пилотһыҙ осоу аппараттарын тотоп, бихисап ғүмерҙәрҙе ҡотҡара. Рәжәп Арыҫланов Эске эштәр министрлығы органдары ветераны, махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән юллана, махсус тәғәйенләнештәге Әхмәт отрядында алыша. Был юлы ул Алексеевка мәктәбе уҡыусылары менән аралашып, музейына үҙе йөрөткән формаһын, каска, бронежилет, экипировка, һаҡланыу сараларын бүләк итте. Өфө районының Алексеевка урта белем биреү мәктәбе лә башҡалар кеүек махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға даими ярҙам итә. Һуңғы арала ғына бында дрондарҙан ҡотҡарыусы 80-гән селтәр үрелгән. 20-гән гуманитар ылау оҙатҡандар. Бөтә Рәсәй Юнармия хәрби-патриотик йәмәғәт хәрәкәте ағзалары күпселек уҡыусылар өсөн өлгө булып тора. Тап улар беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү, ҡоралды һүтеп-йыйыу, атыу, туризм һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса ярыштарға һәр ваҡыт йәлеп ителә һәм юғары һөҙөмтәләргә ирешә. Уҡыусылар буласаҡ ил һаҡсылары ғына түгел.Башҡортостанда патриотик тәрбиә биреү йәһәтенән бихисап эш атҡарыла. Был йүнәлештә белем биреү учреждениелары бигерәк тә әүҙем эшләй. Мәктәптәрҙә геройҙар тураһында дәрестәр, оҫталыҡ-дәрестәре уҙғарыла. Шулай уҡ махсус хәрби операция ветерандары саҡырыла.2016 йылда ойошторолған Бөтә Рәсәй Юнармия хәрби-патриотик хәрәкәте йылдан йыл көсәйә бара. Башҡортостанда ла уның меңәрләгән ағзаһы бар. Алексеевка урта белем биреү мәктәбендә генә 70 вәкил иҫәпләнә. Был юлы тағы ла 20 уҡыусы ҡушылды. Мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар, ата-әсәләр, яугирҙарҙың туғандары посылкалар, аҙыҡ-түлек, кәрәк-яраҡ әйберҙәр һәм хаттар әҙерләгән ине. Уны махсус хәрби операцияға юлланыусылар йә гуманитар ылау менән бергә оҙатасаҡтар. Барыһы ла яугирҙарҙың теләктәре буйынса тупланған. Иң мөһиме балаларҙың ихлас күңелдән яҙылған хат юлдары көс бирә, беҙҙең ни өсөн алғы һыҙыҡта тороуыбыҙҙы аңлата, тип билдәләй ветерандар.
Уҡыусылар килә ярҙамға
Уҡыусылар килә ярҙамға