Дарим автомобиль к 90-летию «Радио России Башкортостан» - 1243930367 | ГТРК «Башкортостан»

Ишембай районы Ҡолғона ауылы халҡына ҙур бүләк

Ишембай районы Ҡолғона ауылы халҡына ҙур бүләк.

Ике йыл төҙөлгәндән һуң унда социаль-мәҙәни үҙәк асылды. Тантанаға абруйлы ҡунаҡтар саҡырылды. Шунда уҡ, ошо ауылдан сыҡҡан Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың 85 йәшлек юбилейы билдәләнде. Сәнғәт өлкәһендә 20 йыл эшләгән Гөлсара Әминеваның хәҙер айырым бүлмәһе бар. Йыр буйынса белгесте яңы музыка ҡоралдары менән дә тәьмин иткәндәр. Ике фортепиано ла заман талаптарына яуап бирә. Тик, әлегә уларҙы һынап өлгөрмәгәндәр. Ә күрше бүлмәлә күнекмәләр эшләү залы булдырылған. Бында ла Башҡортостан етәкселеге бүлгән аҡсаға спорт инвентары һатып алынған. Бынан тыш, хореография залы, һынлы сәнғәт бүлмәһе һәм музей ойошторолған. Социаль-мәҙәни үҙәктә бөтә ғаилә менән ял итергә була. Ата-әсәләр түңәрәктәргә килһә, балаларын ошо бүлмәлә ҡалдыра ала. Бында кескәйҙәр шахмат, шашки, хоккей һәм футбол уйнай ала. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин Ҡолғона ауылында тыуып үҫкән. “Беҙҙең заманда ауылдарҙа бындай үҙәктәр булманы”, тип хәтирәләре менән уртаҡлашты Ноғман Мусин. Хәҙер ул социаль-мәҙәни үҙәк йәш таланттар үҫтерергә ярҙам итер, тип ышана.

СНХ. Ишембай районы. Ноғман Мусин. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы. Социаль-мәҙәни үҙәккә 2014 йылдың көҙөндә нигеҙ ташы һалына. Ике йыл төҙөлгәс, ниәһайәт, яңы уҡыу йылына бина әҙер булды. Учреждениены сафҡа индереү өсөн Башҡортостан ҡаҙнаһынан 100 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде. Ике ҡатлы бина 300 кешене һыйҙыра ала. Ҙур залда иһә концерттар һәм спектаклдәр ҡуйырға мөмкин. Әйткәндәй, ошонда уҡ Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусинды яҡташтары 85 йәшлек юбилейы менән тәбрикләне. Үҙәктә кесеһенән олоһона тиклем шөғөл бар. Ауылда эшләп килгән Ағинәйҙәр ойошмаһы ағзалары ла хәҙер рәхәтләнеп йылы бүлмәлә ауылдаштары менән бәйләм бәйләү һәм башҡа серҙәре менән уртаҡлаша. Ауыл халҡы социаль-мәҙәни үҙәк буш тормаясаҡ, тип белдерә. Сөнки, Ҡолғонала йылдан йыл яңы тыуған сабыйҙар һаны арта. Үҙәк күп функциялы. Кешеләргә уңайлы булһын өсөн бында почта, полиция бүлеге һәм ауыл биләмәһе хакимиәте урынлашҡан.

Хәбәрҙәр

Смотреть видео “Йондоҙло төндөң” сағыу йондоҙҙары | ГТРК «Башкортостан»

“Йондоҙло төндөң” сағыу йондоҙҙары

Үҙенең туҡһан йыллығын билдәләгән “Рәсәй-Башҡортостан радиоһы” 20 октябрь “Өфө уттарында” Башҡортостандың иң сағыу йондоҙҙарын “хәйерле төн, республика” концерт-тамашаһына йыя.Легендар Башҡортостан радиоһының легендар студияларының береһе. Был микрофондар аша алып барыусылар тыңлаусылар менән...

13 октября 2017
Смотреть видео Йондоҙло дуэт | ГТРК «Башкортостан»

Йондоҙло дуэт

Йәки Фидан менән Нурия дәүере. Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артистары, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары Нурия Ирсаева менән Фидан Ғафаров күркәм байрамдары – тыуған көндәрен билдәләй. Фидан Сафа улы Ғафаров олпат йәштә булыуына ҡарамаҫтан,  теремеклеге,...

13 октября 2017
Россельхознадзор планға ярашлы тикшереүҙәр һанын йылдан-йыл кәметә | ГТРК «Башкортостан»

Россельхознадзор планға ярашлы тикшереүҙәр һанын йылдан-йыл кәметә

Әлеге мәлдә Өфөлә ауыл хужалығы эшмәкәрлеген күҙәтеү өлкәһендә хоҡуҡи ғәмәлдәрҙе үтәү мәсьәләһенә арналған фекер алышыуҙар бара. Рәсәй Президенты эргәһендәге стратегик үҫеш һәм өҫтөн проекттар буйынса совет илдә тикшереүҙәр һәм күҙәтеү эшмәкәрлеген яңыртып ҡороу программаһын ғәмәлгә ашырыуҙы маҡсат...

13 октября 2017
Смотреть видео Өфөлә тиҙҙән ашығыс ярҙам сифатлыраҡ буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә тиҙҙән ашығыс ярҙам сифатлыраҡ буласаҡ

Әммә бригада һәр шылтратыуға йөрөмәйәсәк. Был ялған йәки даими саҡыртыуҙарҙы кәметеү маҡсатында башҡарыла. Сөнки күп осраҡта пациенттар поликлиникаға барып табипҡа күренер урынға, ашығыс ярҙамды өйгә саҡыртыуҙы хуп күрә. Әле тәжрибә рәүешендә яңы колл үҙәк эш башланы. Һәр минут кеше ғүмеренә тиң....

13 октября 2017
Йыл башынан Башҡортостанда суррогат алкоголь эсеп 111 кеше һәләк булған | ГТРК «Башкортостан»

Йыл башынан Башҡортостанда суррогат алкоголь эсеп 111 кеше һәләк булған

Күмертау, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларында 14 йәше лә тулмаған 19 бала ағыуланған. Был хаҡта Республика башлығы Рөстәм Хәмитов тәртип тәьмин итеүгә арналған кәңәшмәлә белдерҙе. “Кибеттәргә кереп ҡарағыҙ, уларҙың һәр береһендә тиерлек барығыҙға ла билдәле “фанфуриктар” һатыла, тине Рөстәм Хәмитов....

13 октября 2017
Смотреть видео ЮХХДИ юлдарҙа айырыуса һаҡ булырға саҡырҙы | ГТРК «Башкортостан»

ЮХХДИ юлдарҙа айырыуса һаҡ булырға саҡырҙы

Республиканың юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы ял көндәрендә юлдарҙа айырыуса һаҡ булырға саҡырҙы. Һауа температураһының бер төшөп, бер күтәрелеүе сәбәпле иртәле-кисле асфальттың тайғаҡ булыуы ихтимал.Идаралыҡтан хәбәр итеүҙәренсә, тап шәмбе, йәкшәмбе руль артына эскән килеш ултырыусылар...

13 октября 2017
Бөгөн Фидан Сафа улы Ғафаров үҙенең тыуған көнөн билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Фидан Сафа улы Ғафаров үҙенең тыуған көнөн билдәләй

Фидан Ғафаров 1947 йылдың 12 октябрендә Башҡорт АССР-ының Дүртөйлө районы Яңы Уртай ауылында тыуған. Ошо ауылда 7 синыфты тамамлағас, 14 йәшендә Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға килә. 1966 йылда Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә алына. Театрҙа ниндәй  генә роль уйнамаһын, үҙен һәр саҡ...

12 октября 2017
Бөгөн Республиканың Дәүләт гимнын һәм Дәүләт гербын ҡабул итеү көнө | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Республиканың Дәүләт гимнын һәм Дәүләт гербын ҡабул итеү көнө

Башҡортостандың мөһим дәүләт символдары 1993 йылдың 12 октябрендә раҫланды. Башҡортостан Дәүләт гербының авторы - рәссам Фазлетдин Ислахов. Гербта ҡалҡып килгән ҡояш фонында, милли орнаменттар менән уратып алынған Салауат Юлаевтың һәйкәле урынлашҡан. Аҫтараҡ – ҡурай таждары һәм Республиканың дәүләт...

12 октября 2017
Смотреть видео Туймазыла малдарҙы вакцинациялау башланды | ГТРК «Башкортостан»

Туймазыла малдарҙы вакцинациялау башланды

Туймазы районында бешмә ауырыуы табылған Үрмәкәй һәм Йәрмөхәмәт ауылдарынан 40 саҡырымлыҡ радиуста урынлашҡан ауылдарҙа малдарҙы бешмәнән вакцинациялау башланды. 

12 октября 2017
Смотреть видео Коммуналь квитанцияларҙа “Ҡалдыҡтар” тигән пункт барлыҡҡа киләсәк | ГТРК «Башкортостан»

Коммуналь квитанцияларҙа “Ҡалдыҡтар” тигән пункт барлыҡҡа киләсәк

Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы әҙерләгән яңы проектҡа ярашлы, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү, юҡ итеү өсөн тарифтар, коммуналь түләүҙәрҙең күләмен билдәләгәндә, инфраструктура объекттарын төҙөүҙе планлаштырғанда, йәғни, көнкүреш ҡалдыҡтары полигоны, эшкәртеү станциялары һәм...

12 октября 2017
Смотреть видео Белорет районында яғыулыҡ гранулаһын эшләүсе заводта яңы етештереү линияһы асылды | ГТРК «Башкортостан»

Белорет районында яғыулыҡ гранулаһын эшләүсе заводта яңы етештереү линияһы асылды

Сит илдә етештерелгән ҡорамал тиҙ арала һәм сифатлы итеп ағас һәм уның ҡалдыҡтарын эшкәртә ала. Урмандан килтерелгән ағастар станоктан үткәрелеп таҡталарға бүленгәс, төрлө цехтарға ебәрелә. Таҡта бысыу йә иһә яғыулыҡ гранулаһын алыу өсөн күбеһенсә ҡарағай, ҡайын, уҫаҡ ҡулланыла. Цехта ағас...

12 октября 2017
Смотреть видео Рәсәйҙә мәшғүллеккә булышлыҡ итеү программаһын бойомға ашыра башланы | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙә мәшғүллеккә булышлыҡ итеү программаһын бойомға ашыра башланы

Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министрылығы сәнәғәттә етештереү күләмен арттырыу һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү программаһын бойомға ашыра башланы. Бюджеттан был маҡсатта 3 миллиард һум аҡса бүленә. 2017 йылда программаның пилот проекттарын ғәмәлгә ашырыу исемлегендәге 6 төбәк араһында Башҡортостан да бар....

12 октября 2017
Смотреть видео Алдағы йылдарға төп финанс документ | ГТРК «Башкортостан»

Алдағы йылдарға төп финанс документ

Бөгөн Республиканың киләһе йылға бюджеты буйынса тәүге йәмәғәт тыңлауҙары үтә. Башҡортостандың төп финанс документы йәмәғәтселеккә беренсе тапҡыр тәҡдим ителде. Әлегә тиклем уны Дүләт йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары ғына өйрәнеп килде. 2018 йылға һәм 2019-2020 йылға тиклемге осорға бюджет проекты...

12 октября 2017
Смотреть видео Башҡортостан хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияның  2017 йылғы лауреаттарын тәбрикләне | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияның 2017 йылғы лауреаттарын тәбрикләне

11 шәхси һәм 2 коллектив дәғүәсе араһынан иң лайыҡлылары тип өс журналист билдәләнде. Уларҙы бүләкләү тантанаһында хәбәрсебеҙ Ләйсән Тимербулатова ҡатнашты. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия республиканың иң шәп журналистарына 1989 йылдан тапшырыла. Ул осорҙа журналистар берлеге рәйесе...

11 октября 2017
Өфөлә республика көнөнә арнап митинг-концерт үтте | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә республика көнөнә арнап митинг-концерт үтте

Спорт һарайы алдындағы майҙанға төрлө район һәм ҡалаларҙан  сама менән 12 мең кеше йыйылды. Башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары менән бергә йыйылыусылар “Үҙ республикамды яратам” тип алҡышланы Республика башлығы Рөстәм Хәмитов митинг-концертта сығыш яһап Башҡортостан халҡын байрам менән ҡотланы....

11 октября 2017
Смотреть видео Бөгөн Башҡортостан үҙенең төп байрамы – республика көнөн билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Башҡортостан үҙенең төп байрамы – республика көнөн билдәләй

Был күп милләтле Башҡортостан халҡының дөйөм байрамы. 27 йыл элек Федераль үҙәктән алынған ошо статус Башҡортостанға һәр йәһәттән үҫеш мөмкинлеге бирҙе. 2 тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт эсендә үҙаллылыҡ төшөнсәһе лә үҙгәрҙе. Әммә байрамдың мәртәбәһе төшмәне. Хәбәрсебеҙ Ғәзиз Лоҡманов репортажы....

11 октября 2017
Бөгөн Республика көнө билдәләнә | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Республика көнө билдәләнә

Ошо уңайҙан һәр ҡала һәм районда халыҡ байрамдары үтә. Республика буйынса тарихи датаға арналған төрлө саралар ойошторолған. Төп байрамын Башҡортостан ҙур уңыштар менән ҡаршылай. 2010-сы йылдан сәнәғәттә йылдам үҫеш күҙәтелә. Иҡтисадҡа аҡса һалыу ике тапҡырға тиерлек артҡан. Күләмле инвестиция...

11 октября 2017
Башҡортостанда уңыш йыйыу тамамлана | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда уңыш йыйыу тамамлана

Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, ауыл хужалығы эшсәндәре 3 миллион 700 мең тоннанан ашыу иген йыйып алған. Гектар көсө 22 центнер самаһы. Ямғыр йыш яуыуға ҡарамаҫтан, быйыл уңыш мул. Саҡмағош районында һәр гектарҙан 40 центнер ашлыҡ йыйып алынған. Стәрлетамаҡ районы ашлыҡ һуғыу...

10 октября 2017
12 йыл көткән шатлыҡ | ГТРК «Башкортостан»

12 йыл көткән шатлыҡ

Республика перинаталь үҙәге табиптары яңы тыуған баланың уң ҡулын ҡырҡып күптәрҙе шаҡ ҡатырғайны. Был хәлдән һуң Республика балалар клиник дауаханаһына күсерелгән сабыйҙы бөгөн, ниһайәт, ата-әсәһе өйөнә алып ҡайтты. Йәш ғаилә һүҙҙәре буйынса, сабый әле үҙен яҡшы тоя, барлыҡ анализдары яҡшы. 

10 октября 2017
Республикала үткән йыл менән сағыштырғанда ВИЧ инфекция 4 процентҡа аҙыраҡ теркәлгән | ГТРК «Башкортостан»

Республикала үткән йыл менән сағыштырғанда ВИЧ инфекция 4 процентҡа аҙыраҡ теркәлгән

Был хаҡта бөгөн хөкүмәт Президиумы ултырышында һаулыҡ һаҡлау министры Әнүәр Бакиров белдерҙе. Әммә тынысланырға иртәрәк. Рәсәйҙә ауырыусылар арта. Шуға ла илдә ҡурҡыныс ауырыуҙы иҫкәртеү буйынса дәүләт стратегияһы ҡабул ителгән.  Бөгөнгө ултырышта ошо документты ғәмәлгә ашырыу планы раҫланды....

10 октября 2017
Смотреть видео Туймазы районында бешмә ауырыуы  эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн кәмендә 35-40 миллион һум аҡса кәрәк | ГТРК «Башкортостан»

Туймазы районында бешмә ауырыуы эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн кәмендә 35-40 миллион һум аҡса кәрәк

Был турала Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов оператив кәңәшмәлә белдерҙе.Республика башлығы әйтеүенсә, бындай хәлдең килеп сығыуына юл ҡуйыусылар мотлаҡ яуап бирәсәк. Тейешле хеҙмәттәр ҡайҙа ҡараған? Туймазы районында бешмә ауырыуына  бәйле хәл бик ҡаты тикшереүҙе талап итә, тине Рөстәм...

10 октября 2017
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Американың Төркиәләге дипломатик миссияһы визалар биреүҙе туҡтата. Ҡушма Штаттарҙың рәсми белдереүендә әйтелеүенсә, Вашингтон Төркиә хөкүмәтенең американ дипломаттарының именлеген тәьмин итеү йәһәтенән позицияһын ҡайтанан ҡарап сығырға мәжбүр. Төркиә Америка консулын үткән йылдағы фетнәне...

10 октября 2017
Смотреть видео Иркен, йылы һәм яҡты | ГТРК «Башкортостан»

Иркен, йылы һәм яҡты

Өфөлә яңы художество гимнастика үҙәге асылды. 350 квадрат метр майҙанды биләгән комлекс йөҙҙән ашыу спортсыны һыйҙыра. Иркен биналарҙа бер юлы 40 гимнаст шөғөлләнә ала. София дүрт йәшенән художество гимнастикаһы менән шөғөлләнә. Ул бигерәк тә туп менән бейергә ярата. Уны ни тиклем бейеккә ырғытаһың...

10 октября 2017
Өфөлә онкология диспансерының яңы корпусын төҙөү башланы | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә онкология диспансерының яңы корпусын төҙөү башланы

Республика башлығы бөгөн буласаҡ диспансерҙың тәүге нигеҙ ташын һалды.Республикала йыл һайын 13 меңгә яҡын кеше онкология ауырыуҙары менән ауырый. Яңы корпус 240 урынға иҫәпләнгән һәм уның өс ҡатында бер-нисә поликлиника урынлашасаҡ. Алдағы йылдарҙа, Башҡортостандың ҙур ҡалаларында онкология...

10 октября 2017
Смотреть видео Дим районында 161-се лицей үҙ ишектәрен асты | ГТРК «Башкортостан»

Дим районында 161-се лицей үҙ ишектәрен асты

Республика көнө алдынан башҡаланың  Дим районындағы иң йәш торлаҡ биҫтәһендә яңы мәктәп асылды. 161-се лицейға республикала тиңдәр юҡ. Ул адреслы инвестиция программаһына ярашлы йыл ярым эсендә төҙөлөп бөттө.Дүрт ҡатлы бинала лифт, ашхана, бассейн, иркен спорт залдары, тантаналар залы, душ...

10 октября 2017
Башҡортостан төп байрамын-республика көнөн билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан төп байрамын-республика көнөн билдәләй

Бөгөн Өфөлә республика көнөнә арнап тантаналы ултырыш үткәрелә. Ә киске сәғәт биштә Спорт һарайы алдындағы майҙанда митинг-концерт башлана. «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе ойошторған сарала баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн виртуоз баянсылар Айнур һәм Хәлит Фәтиховтар, «Zainetdin» этно-проекты, «...

10 октября 2017
Смотреть видео Өфөлә үҫмерҙәр араһында тәүге тапҡыр ҡатнаш алыш спорты буйынса Рәсәй беренселеге үтәсәк | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә үҫмерҙәр араһында тәүге тапҡыр ҡатнаш алыш спорты буйынса Рәсәй беренселеге үтәсәк

Сара Рәсәйҙең Федераль именлек хеҙмәтенең 100 йыллығына арнала. Ошо көндәрҙә Республиканың ҡатнаш алыш федерацияһы нигеҙендә республиканың йыйылма командаһының күнекмәләре башланды. 14 йәшлек Петр был спорт төрө менән 1 йыл ғына шөғөлләнә. Әммә ул ҡатнаш алыш спорт төрөнөң бөтә серҙәренә лә төшөнөп...

10 октября 2017
Смотреть видео Башҡортостанда бешмә ауырыуы эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса эш дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда бешмә ауырыуы эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса эш дауам итә

Ветеринар постар эшләй, техника махсус шыйыҡса менән эшкәртелә. Ошо минуттарҙа Республика йортонда  ҡурҡыныс ауырыуҙы иҫкәртеү буйынса махсус кәңәшмә башланып тора. Туймазы районындағы ике ауылда йәшәүселәр аптырашта ҡалған. Уларға өс йыл дауамында мал тотмаҫҡа ҡушҡандар. Малһыҙ ҡалған ҡуралар...

9 октября 2017
Смотреть видео Республика башлығы хеҙмәт алдынғыларының бер төркөмөнә Дәүләт наградаларын тапшырҙы | ГТРК «Башкортостан»

Республика башлығы хеҙмәт алдынғыларының бер төркөмөнә Дәүләт наградаларын тапшырҙы

Республиканың үҫеш күрһәткестәре яҡшы, тотороҡло. Ышаныслы аҙымдар менән алға барыу төрлө тармаҡ хеҙмәткәрҙәренең фиҙаҡәр эше һөҙөмтәһе, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.Дәүләт наградалары барыһы 50 хеҙмәт алдынғыһына тапшырылды. Башҡорт дәүләт университетының геология кафедраһы мөдире Рим Вәлиуллин...

9 октября 2017
Башҡортостанда Республика көнөнә арналған саралар башланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Республика көнөнә арналған саралар башланды

Төрлө акциялар, бәйгеләр, спорт уйындары һәм концерттар старт алды. Бөгөндән башлап "Урындағы мәҙәниәт йорто" проектына йомғаҡ яһала, бер-нисә ауылда мәҙәниәт йорто асыла. 11-дә бөтә музейҙарҙа ла "асыҡ ишектәр" көнө - теләгән һәр кем экспозициялар менән бушлай таныша ала. 10-сы октябрҙә Башҡорт...

9 октября 2017
Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика