«Ҡурайсы» төркөмө Russian World Music премияһына тамашасылар тауыш биреүҙә еңеү яуланы.
Башҡортостандың халыҡ артисы Роберт Юлдашевтың «Ҡурайсы» төркөмө Рашен Уорлд Мюзик премияһына тамашасылар тауыш биреүҙә еңеү яуланы. Был турала премияның рәсми айтында әйтелә. Башҡортостан этно-музыканттары иң күп лайк һәм репостар йыйған. Быйыл Рәсәйҙә тәүге тапҡыр профессиональ музыканттар араһында этник музыка өлкәһендә премия тапшырыласаҡ. “Тамашасылар һөйөүе”нә номинанттар өсөн тауыш биреү 30 сентябрь тамамланды. Еңеүселәрҙе бүләкләү ноябрҙә үтәсәк.