Хәйерле иртә, Республика! - 02.03.22 Тел тамыры ғилемдә

Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты 100 йыллығын билдәләй.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 02.03.22 Тел тамыры ғилемдә

Аҫаба халыҡтың телен, тарихын, мәҙәниәтен өйрәнеүгә нигеҙ һалыу ғына түгел, бар яҡлап үҫтереүҙә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлөшө ҙур. Быйыл ул үҙенең бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй.

Институттың фәнни яҡлап тарихы 1922 йылдың сентябрендә башлана. Был осорҙа Башҡортостан Мәғариф халык комиссариаты үҙ эсендә Академик үҙәк ойоштора. Уның составында Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәте лә эшләй башлай.
Институттың тарихы, бөгөнгө эшмәкәрлеге тураһында әңгәмә ҡорорға филология фәндәре докторы, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының бүлек мөдире Гөлназ Йәғәфәрованы саҡырҙыҡ.