“Башҡортостан 24” муниципаль телевизион каналында “Өфө ваҡыты” тапшырыуының сираттағы сығарылышы эфирға сыҡты. Кесаҙна әңгәмәһендә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Зөһрә Рәхмәтуллина ҡатнашты. Федераль институт дәрәжәһенә күтәрелгән ғилми учреждениеға нигеҙ һалыныуға быйыл 100 йыл. Бер быуатлыҡ тарихы булған институт артабан да гуманитар йүнәлештә эштәрен алып барасаҡ. “Башҡортостан 24” каналы тамашасылары иһә ғилми институт етәкселеген Өфө кибеттәре, сауҙа үҙәктәрендәге етешһеҙлектәрҙе, тәү сиратта, алтаҡталағы хаталарҙы бөтөрөүҙә ярҙам күрһәтергә саҡыра. Бының өсөн телдәр буйынса комиссия, Өфө мэрияһы менән бәйләнештәрҙе яйға һалыу бурысы тора. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты “Өфө башҡорттары телмәре” тигән ғилми эҙләнеүҙәрҙе лә башлай.
“Өфө ваҡыты” тапшырыуы һәр дүшәмбе 19 сәғәттә һәм шишәмбенән йомаға тиклем 12 сәғәт 20 минутта һәм 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.