Рәсәй Президенты В. Путин Указына ярашлы, Ишембайға “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” тигән исем бирелде. Ҡаланың яңы статусы Башҡортостан кимәлендә билдәләнә. Республика башлығы Радий Хәбиров тиҙҙән махсус документҡа ҡул ҡуясаҡ. “Башҡортостан 24” муниципаль телевизион каналының “Өфө ваҡыты” тапшырыуының дүшәмбе сығарылышы тап Ишембайға арналды.
Студия эксперттары – тарих фәндәре кандидаты Илфат Сәмсетдинов һәм “Ишембай” яҡташтар ойошмаһы рәйесе Рәүҙәт Ҡолманбәтов әйтеүенсә, ҡаланың яңы исеме Рәсәй етәкселеге тарафынан Башҡортостандың Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында еңеүгә һәм артабан, ил үҫешенә индергән өлөшөнә юғары баһа. Ишембайҙың тарихын өйрәнеүгә хәҙер айырым иғтибар булырға тейеш. Бынан тыш, ҡала һәм район хакимиәте Ишембайҙың “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” тигән исемен мәңгеләштереү өсөн айырым стела ҡуйыуҙы хәстәрләргә бурыслы.
“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.