Иҡтисади Башҡортостан - 08.08.2023 Бал хаҡы

Бал хаҡы
  • Иҡтисади Башҡортостан - 08.08.2023  Бал хаҡы

Бал булһа — себене булыр, өҫтөн ябып тотмаһаң, малы булһа — ҡазаһы булыр, һаҡлай белеп тормаһаң, ти халыҡ мәҡәле. Бал һәм мал өсөн генә тип эш башлағандар йәлсеп китә алмай. Был эште яратып үҙ иткәндәр генә ысын умартасы исеменә лайыҡ.
Бал Башҡортостан өсөн һис арттырыуһыҙ, милли бренд. Ата-бабаларҙан күсә килгән кәсепте бөгөн баҙар шарттарына яраҡлаштырып унан килем алыусылар бихисап. Башҡорт балының хаҡы ситтән килгәндәрҙән дә күпкә ҡиммәтле булыуы уның сифаты һәм был тауарға ихтыяж барлығы билдәһе. Бөгөн һүҙебеҙ тап усмартасығылыҡ хаҡында булыр. Студиябыҙҙа ҡунаҡта умартасылар үҙҙәре — Иглин районынан Фәнис Хәлилов һәм Нуримандан Илъяс Исламғолов.