Дим станцияһында машинистҡа һәйкәл асылды

Тулыраҡ: Дим станцияһында машинистҡа һәйкәл асылды

Бөгөндән Дим станцияһы хеҙмәткәрҙәрен ДЕПО майҙанында тимер юл буйынан эшкә йүнәлгән машинист һыны ҡаршылай. Өфөнөң Дим районына нигеҙ һалған тимер юлсылар иҫтәлеген мәңгеләштерергә тәҡдим иткән Өфө локомотив депоһы коллективы үҙенсәлекле монументты асыуҙы –ҙ иңенә алған. Монументты асыу тантанаһын беренсе октябрҙә ойоштороу осраҡлы тгел. Бөгөн Рәсәй тимер юл компанияһының тыуған көнө. Өфө депоһының 20 меңлек коллективында әлеге ваҡытта мең ярым машинист эшләй. Был һөнәр эйәләренән тәүәккәллек, яуаплылыҡ һәм иғтибарлыҡ ҡына түгел, ә тәү сиратта ҡоростай сәләмәтлек талап итә.