91 йәшлек балыҡсы

Тулыраҡ: 91 йәшлек балыҡсы

Туймазы ҡалаһында йәшәүсе тыл ветераны Мария Соловьева үҙен нисек хәтерләй шул ваҡыттан бирле балыҡҡа йөрөй. Бер ниндәй һауа торошо ла ҡамасауламай. 91 йәшлек Мария Николавна өсөн йәш саҡтағы фотоһүрәттәре – оло бер хәтирә, иң иҫтәлеклеләре иһә күҙ уңында. Һәр фотоға ҡарап ваҡиғаның ҡайҙа барғанын һөйләп бирә. Тәжрибәле балыҡсы һәр еңеүен хәтерләй. Диплом, грамоталарының бәләкәй генә бер өлөшө һаҡланған. Иң ҙур табышы Ҡандракүлдә саҙан балығын тотоп, балыҡсылар һәм һунарсылар йәмәғәте бәйгеһендә беренсе урын алған. Был шөғөлдө бәләкәй сағынан үҙ итә. Ғаиләлә иң өлкән ҡыҙ, шуға күрә Мария Николаевна атаһы менән бергә балыҡҡа йөрөй һәм балыҡ тотоу нескәлектәрен үҙләштерә. Колхозда ветеринар, малсы, ферма мөдире булып эшләй. Әммә яратҡан шөғөлөн ташламай. һуғыш йылдарында балыҡ тотоп бөтә ғаиләне аслыҡтан һаҡлаһа, һуңынан хәләл ефете менән бергә йылға-күл буйҙарына китеп, табыш шәп булһа, хатта бер нисә көнгә ҡалыр булғандар. Мария Николаевна тормош итәше менән 50 йыл бәхетле ғүмер кисерә, уйҙарыбыҙ һәр ваҡыт тап була торғайны, ти инәй. Хәҙер 20 йылдан ашыу яңғыҙ. Ҡыҙғанысҡа, улы ла вафат була. Әле янында ҡыҙы Таисия һәм ейән-ейәнсәрҙәре, көн дә килеп хәлен белешәләр. Күршеләрҙән дә уңдым, ти Мария Николавна. Мария Николаевна 91 йәш тип тормай, ҡайһы саҡта яңғыҙы балыҡ ҡармаҡларға юллана. Ә кәрәк-яраҡтары уның һәр саҡ әҙер. Бөтә ҡорамалдар ҙа тәртипкә килтерелгәс, ниндәйерәк ем алыу хәстәрләнә. Өҫ кейеме, аяҡ кейеме, баш кейеме – быларҙың барыһы ла күҙ уңында тотоларға тейеш, ти тәжрибәле балыҡсы, сөнки балыҡ ҡармаҡлау оҙаҡҡа һуҙылыуы ихтимал. Туймазынан Түбәнге Зәйет ауылына тиклем Мария Николавна көн дә килергә әҙер. Тап ошо күлдә бәләкәй саҡта атаһы менән балыҡ ҡармаҡларға өйрәнә. Ҡайҙа яҡшы табыш тәжрибәле балыҡсыға яҡшы таныш. Төрлө балыҡ төрлө емгә килә. Мария Николаевна был юлы үҙе менән арпа ярмаһы, кукуруз, селәүсен алған. Балыҡ тотоу өсөн түҙемлек талап ителә. Көнө буйы ултырып та ҡармаҡҡа балыҡ эләкмәүе ихтимал. Ә бына иртүк таңғы биштән балыҡ шәп, ти Мария Николаевна. Балыҡсы бер ваҡытта ла балыҡһыҙ ҡайтмай, ти Мария Николаевна, бер урында табыш юҡ икән, тимәк артабан эҙләй, ә тәжрибәле балыҡсының һәр урыны билдәле. Заманында Кама йылғаһында ла йыш балыҡҡа йөрөгән. Бер быуатҡа яҡын ғүмерендә тормоштоң төрлө яғын да күрергә тура килде, ти тыл ветераны Мария Николаевна. Ә бына яратҡан шөғөлө бер ваҡытта ла үҙгәрмәй. Бәләкәй саҡтан килгән мауығыу 91 йәшендә лә илһам, дәрт өҫтәй. Был көндө иһә минең ҡармаҡҡа балыҡ эләкмәне, әле тәжрибә туплайһы бар әле. Ә тотҡан балыҡтарҙың барыһын да күлгә кире ебәрҙек.