Милли нағыштарға мөхәббәтен Вера Фролова Ишембай мәктәбендә уҡыған саҡтағы башҡорт теле дәрестәренән күрә. Уҡытыусыбыҙ халҡы мәҙәниәтенә мөкиббән кеше ине, уның һөйләгәндәре сағыу рәсемдәй күҙ алдымда һаҡлана, ти рәссам. Һүрәттәрендә ул һәр күҙәнәкте бөртөкләп төшөрә. Милли кейем төҫтәрен генә түгел, кейгән кешеһенең тәбиғәтен дә күрһәтер өсөн.
Рәсемдәге йөҙҙәр Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә осратҡан кешеләрҙекенән төшөрөлгән. Бөтөнләй үҙгәрешһеҙ ҡалғандары ла, йыйылма образдар ҙа бар, ти рәссам. “Бергә” тип исемләнгән был картинала өләсәй менән ейәнсәрҙәрҙең һыу афәтенән өйрәк бәпкәләрен генә йолоп алып ҡотолған мәле сағылған. Милли күлдәк – ҡыҙҙарҙың көндәлек кейеме тоноҡ буялһа, киләһе рәсемдә инде улар байрам кейемендә, ҡотҡарылған бәпкәләрҙе һыйпап сағыу төҫтәрҙә шатлыҡ сатҡыларын һибә. Вера Фролова рәсемдәрендә милли кейем өлгөләре ярҙамында тормоштоң үҙен тасуирлай.
Бөгөн рәссам милли кейем биҙәктәрен халҡыбыҙҙың күркәм йолаһы – ҡаҙ өмәһе — менән бәйләп үҙенең йәнә бер шәхси күргәҙмәһенә әҙерләнә. Уны республика ҡала-райондарында ноябрь айында көтәләр. Башҡортостанда тыуып үҫеп халыҡсан тәрбиә алыу ҙа, һуңғы йылдарҙа ҡулдан башҡарылған әйберҙәргә ихтыяждың артыуы ла, төбәктә милли кейем ҡиммәтен дәүләт кимәлендә күтәреү ҙә эҙемтәһеҙ ҡалмай, сәнғәттә сағылыш таба. Тимәк, киләһе быуындарға матурлыҡ ҡәҙерләп тапшырыла, мәҙәниәтебеҙҙең моң шишмәләре һүрелмәй.