Осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре, күргәҙмәләр уҙҙы. Уларҙа беҙҙең хәбәрселәр ҙә ҡатнашты.
Өфөнөң Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы ҡыҙҙары милли кейем көнө уңайынан бәләкәс кенә селтәрҙәр тегергә ҙур теләк менән йыйылды. Лицейҙа асылған башҡорт йортонда оҫталыҡ дәресе өсөн барыһы ла әҙер ине. Тәнкәләр, сейләндәр, фетрҙан өлгөләр. Һәр бала үҙ милләтенең мәҙәниәтенә, тарихына ҡағыла алды был байрамда. Милли кейемгә һөйөү уҡыу йорттарында ғына түгел, ғаиләнән дә килә. Уҡыусыларға байрам кейемдәрен әҙерләүҙә атай-әсәйҙәре әүҙем ҡатнаша.
Милли кейемде өйрәнеп-белеү, уға ҡарата ихтирам тәрбиәләү тик бер көнлөк кенә сара булып ҡалырға тейеш түгел, тигән фекерҙә белгестәр. Ошоға таянып быйыл баш ҡаланың 10 милли мәктәбе милли кейемгә бәйле проект эшмәкәрлегенә ҡушылды.
Проект быйылғы уҡыу йылында тик башҡорт, татар мәктәп-лицейҙарында бойомға ашырыла. Әгәр ул уңышлы барһа, киләһе йылдан уға башҡа Өфө мәктәптәре лә ҡушыла.
Әгәр кластарҙа милли кейем көнөнә бәйле дәрестәр уҙһа, тамашалар залында уҡыусылар йырлы-бейеүле флешмобҡа дәррәү ҡушылды. Тәнәфестәрҙә һәр уҡыусы дуҫтарын үҙ кейеме менән таныштырырға ашыҡты. Милли кейемдәрҙең элементтарына тиклем улар ҙур иғтибар бүлә.
Ә был ҡунаҡтың ҡомартҡы кейеме элементтары уҡыусыларҙы уғата хайран итте. Ҡурған башҡорто – Рәхилә Ғәлимйәнова үҙенең ейәне уҡыған класҡа — Өфөнөң 48-се башҡорт лицейына ҡунаҡҡа килеп, балаларҙы өләсәһенән ҡалған милли кейеме менән таныштырҙы. Ҡурған башҡорттарына ғына хас милли кейемдең ҡиммәте — уның тегелеше, биҙәлешендә һәм боронғо тәнкәләрендә.
Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеме көнөнә арналған сараларға төбәктең ижади коллективтары ла ҡушылды. Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле коллективы тамашасыларына “Урал һәм Шүлгән” хореографик спектакле өсөн әҙерләнгән костюмдарҙы күрһәтте.
Бар яҡлап та ҡатмарлы спектаклдең премьераһына әҙерлек бер йыл барҙы. Уны сәхнәгә ҡуйыусылар коллектив менән гастролдәр араһында ғына күрешеп эшләй алды. Ә костюм буйынса рәссамдар, аҙаҡ иһә, тегеү цехы хеҙмәткәрҙәре күҙ яуын алырлыҡ сәхнә кейемдәрен ижад итте. Йәнбирҙе булһынмы ул, Йәнбикәме, Шүлгән, Урал, Аҡбуҙат, Һомай, Урал батыр эпосының башҡа геройҙары — һәр кемеһенең холҡо костюмдарҙа сағылырға тейеш. Быны проект авторҙары төп маҡсаттар рәтенә ҡуйҙы.
Ансамбль бинаһы фойеһында коллектив репертуарындағы төрлө халыҡ бейеүҙәренең кейемдәре лә урын алды. Ҡунаҡтар рәхәтләнеп уларҙы кейеп ҡараны һәм бейеүселәр менән күңелдәре булғансы аралаша алды.