Ижевскиҙағы фажиғә сәбәбле? Республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһе бер минут тынлыҡтан башланды. Радий Хәбиров айырым министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәренә Удмуртиялағы коллегаларына ярҙам күрһәтергә һәм мәктәптәрҙә уяулыҡты көсәйтергә ҡушты. Оператив кәңәшмә тынлыҡ минутынан башланды. Күршеләрҙәге фажиғә менән бәйле Радий Хәбиров кәңәшмә тамамланғас уҡ, Удмурт республикаһы етәкселеге менән бәйләнешкә сығып ярҙам талап ителгән осраҡта уны ойошторорға ҡуша. Һәм мәғариф министрына тейешле йөкләмәләр бирә.
Кисекмәҫтән хәл итеүҙе талап иткән төп мәсьәлә – өлөшләтә мобилизация. Уға бәйле бар һорауҙарға оператив яуап бирер өсөн республикала телеграмм каналындағы "Объясняем. Башкортостан" ресурсы нигеҙендә махсус чат-бот асылған. Ситуацион үҙәк тә 122 һәм өҫтәмә бер һандарын йыйып, шулай уҡ ғәҙәттәге 218-19-19 телефонына шылтыратып, борсоған һорауҙарға яуап һәм социаль селтәрҙәге фекерҙәр буйынса белешмә бирә. Был хаҡта Башҡортостан башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская хәбәр итте. Дүшәмбе кис Республикаға идара итеү үҙәгенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә, шулай уҡ телеканалдар аша тура эфирҙа брифингтар ойошторолдо. Өлөшләтә мобилизация сиктәрендә саҡырылырға тейеш граждандарҙың 30 проценты хәрби комиссариаттарға үҙ ирке менән килгән. Башҡортостандың һәр төбәгендә саҡырыу комиссияларының эше ойошторолған. Бөгөнгә тәүге командалар хәрби әҙерлек үтеү урындарына оҙатылды. Мобилизация комиссияларын муниципалитет башлыҡтары етәкләй. Улар республика башлығынан мөһим йөкләмә алды. Резервистарҙың эш урыны ла һаҡланһын, тине Радий Хәбиров.
Бынан тыш, республика башлығы йәмәғәт башланғысы менән эшләгән советниктар исемлеген көтә. Биш кәңәшсе артабан мобилизацияланғандарҙың хәрби әҙерлек урынында һалдаттарҙың көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеүҙе яйға һала. Шунда уҡ кәрәкле дарыуҙар тупланмаһы менән фельдшерҙар эшләйәсәк.
Урындағы киң мәғлүмәт саралары ялған хәбәрҙәрҙе иҫкәртеү эшен көсәйтергә бурыслы. Резервистарҙың тыуған яҡта ҡалған ғаиләләренә ярҙам ойоштороуҙы "Берҙәм Рәсәй" фирҡәһе үҙ иңенә ала.
Республика биләмәләрендә ҡәҙимге эштәр ҙә әүҙем бара. Оператив кәңәшмәлә “Йәшел Башҡортостан” акцияһы йомғаҡтары билдәләнде. Үткән ял көндәрендә 55 мең ағас үҫентеһе ултыртылған. Экологик өмәлә 144 мең кеше ҡатнашҡан. Баҫыуҙарҙа ураҡ эштәре тамамланыу алдында. Игенселәр әлеге көнгә 5 миллион тоннаға яҡын ашлыҡ йыйып алған.