Астрологтар тормошҡа күптән көтөлгән тыныслыҡ килер, тип юрай. Ә бына Авдон ҡасабаһында тәжрибәле ҡуян үрсетеүселәр шешҡолаҡтар тураһында нимә тиер икән? Гүзәл Ишкинина белә.Ҡуян үрсетеү менән һигеҙ йыл самаһы шөғөлләнгән Лилиә Нуретдинованың һәр көнө таң менән шешҡолаҡтарҙы тәрбиәләүҙән, төрләндереп ашатыуҙан башалана. Уларҙың холҡон, нимә яратҡанын яҡшы белә Лилиә. Һәр тоҡом үҙенә хас тәрбиә талап итә. Булған өс тоҡом араһында иң әрһеҙе Урыҫ Шиншилаһы.Ҡуян йомшаҡ, наҙлы, бәрәкәтле йәнлек. Бер аҙ хәйләкәрлеге лә, хатта осло тырнаҡтары ла бар. Үҙен һаҡлау өсөн уларын да эшкә ебәрә ала, ти хужабикә. Яңы йыл символы булған ҡара ҡуян да бар Нуретдиновтарҙың хужалығында. Декоратив шешҡолаҡтарҙы алып уйнатып ялҡҡан яуапһыҙ кешеләр беҙҙең урамға ташлап китә, ти Лилиә Тәү ҡарауға әрһеҙ күренгән был хайуандар ҙа махсус тәрбиә талап итә. Шешҡолаҡтарҙы аҫырар өсөн аҙыҡ базаһын алдан уҡ хәстәрләп ҡуйыу фарыз. Лилиә Нуретдинова ла ҡуяндарҙың төрлө тоҡомон күрергә булһа, Таисия Петрова тик дегет ҡуяндарын ғына үрсетә. Таисия Петроваға ҡуяндар менән эш итеү бала саҡтан таныш. Ат-әсәнән күскән кәсеп менән ханым ун йылға яҡын шөғөлләнә. Ҡуян мамығын һатып ҡына ла яҡшы килем алырға мөмкин. Һарыҡ йөнөнә ҡарағанда, ун тапҡырға йылы һәм дүрт тапҡырға еңелерәк, ти тәжрибәле ҡуян аҫраусылар.Ҡуяндың итенән башҡа мамығы ла бик файҙалы икәнде күптәр белә.... уның мамығынан хатта етлекмәй тыуған балалар өсөн кейемдәр ҙә бәйләйҙәр. Ҡуян аҫрауҙың да үҙенә генә хас нескәлектәре етерлек. Мәҫәлән, ышыҡ урында тоторға кәрәк, аҙ ғына ел иҫтеме, шунда уҡ һыуыҡ тейә. Ҡуян балалаған ваҡытта эргәһендә мотлаҡ һыу булырға тейешлеген, юғиһә балаларын ашауы ихтималлығын да онотмағыҙ, ти тәжрибәле хужабикәләр.
Киләһе йыл көнсығыш календары буйынса ҡуян йылы
Киләһе йыл көнсығыш календары буйынса ҡуян йылы