Рәсәйҙә ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә Әсә көнө билдәләнә

Тулыраҡ: Рәсәйҙә ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә Әсә көнө билдәләнә

Рәсәйҙә ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә Әсә көнө билдәләнә.

Ҡатын-ҡыҙға иғтибар, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу, Әсә кешенең бөйөклөгөн билдәләү-был көндөң төп маҡсаттары. Өфө районы Юлыш ауылында Сәлиховтар ғаиләһенә һоҡланмаған кеше юҡ. Бында барыһы ла ғәҙәти ғаиләләге кеүек. Йорт йылы, балалар бөхтә итеп кейендерелгән, аш-һыу бүлмәһенән тәмле еҫтәр сыға...Үҙҙәренең балалары үҫеп, ата йортон ҡалдырып киткәс, 2006 –сы йылда Фәриҙә һәм Илдус Сәлиховтар балалар йортонан ул алырға ҡарар итә.Шулай итеп, Андрей исемле малай ҙа ғаиләле була. Ә бер аҙҙан Сәлиховтар тәрбиәгә тағы ла бер бала алырға ҡарар итә. Ә бер йыл элек Альбина, Алина һәм Айнурҙың тағы бер туған ҡустылары Артур барлығы ла асыҡлана.Ете йәшлек Артур ғаиләгә тиҙ өйрәнеп китә. Апайҙары ла малайға һәр яҡлап терәк-таяныс булырға тырыша. Фәриҙә һәм Илдус Сәлиховтар ул-ҡыҙҙарына өлгөлө атай-әсәй. Һәр ҡайһыһының яратҡан шөғөлө бар. Ҡыҙҙар тегергә, бәйләргә яратһа, малайҙар шашка-шахмат уйындарына өҫтөнлөк бирә. Ә бәләкәй Максим һәр байрам һайын әсәһенә шиғыр һөйләргә ярата. Балаларға үҙ ата-әсәләрен алмаштырған, уларҙы үҙ балаһылай яҡын күреп, күңел йылыһын тигеҙ өләшкән Сәлиховтар егет-ҡыҙҙарға лайыҡлы тәрбиә бирергә, киләсәктә аяҡтарында ныҡлы баҫып торған шәхестәр итеп үҫтерергә тырыша.