Өфөлә Холокост ҡорбандарын иҫкә алдылар

Өфөлә Холокост ҡорбандарын иҫкә алдылар
  • Өфөлә Холокост ҡорбандарын иҫкә алдылар

Торатау конгресс-холында үткән сарала блокадалы Ленинградты тулыһынса азат итеү көнө билдәләнде.

Фашизм яуызлығы бер ваҡытта ла онотолмай. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фашистар ҡулынан 6 миллион йәһүд үлемгә дусар ителә. 27 ғинуарҙа Берләшкән Милләттәр ойошмаһы тарафынан Халыҡ-ара Холокост ҡорбандарын иҫкә алыу көнө билдәләнә. Был дата дошман йәберләүенән ҡорбан булғандарҙы иҫкә алыу ғына түгел, ә киләсәк быуынға түкмәй-сәсмәй еткереү.

Һуғыш милләттәрҙе айырмай. Бөйөк Ватан һуғышында халыҡтарҙың фашистарға ҡаршы берҙәм булыуы еңеү алып килгән. Әле лә илебеҙ аяныслы ваҡиғаларҙы кисергәндә төрлө милләт вәкилдәренең иңгә-иң терәшеп дошманға ҡаршы яу алып барыуы көндән-көн еңеүҙе яҡынайта.

Әлеге көндә лә яугирҙар, үҙҙәренең Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ата-бабалары кеүек, Махсус хәрби операция биләмәһендә нацизмға ҡаршы көрәш алып бара.

Хәтер кисәһендә был ҡот-осҡос фажиғә ҡорбандарына, кешеләрҙе Освенцим концлагерынан азат иткән совет ғәскәрҙәренә арналған шиғырҙар һәм йырҙар яңғыраны. Сара концлагерҙарҙа һәләк булған алты миллион йәһүдте символлаштырған алты шәм тоҡандырылды. Бындай саралар йәш быуында илебеҙгә ҡарата һөйөү тәрбиәләй һәм яҡты киләсәккә өндәй.