Ошо көндәрҙә халыҡ-ара ғаилә көнө билдәләнде. Шул уңайҙан йыл һайын Өфөлә хәстәрләү һәм ҡурсаулау идаралығы ярҙамында „Бәхетле ғаилә„ фестивале ойошторола. Был хаҡта тулыраҡ мәғлүмәт хәбәрсебеҙ Гүзәл Ишкинина сюжетында
Өй йылыһына, наҙ-һөйөүгә мохтаж балалрҙың бөтөнләй ят кешеләрҙе үҙ итеп, тулы ғаиләлә йәшәп китеүе иҫ киткес ҙур һөйөнөс. Өфөлә йәшәүсе Зәйнуллиндар ҙа шундай мәрхәмәтле кешеләр рәтендә.
Беренсе көндән үк Римма ханыма „әсәй„ ә уның тормош иптәшенә „атай„, тип әйтә башлаған 4 йәшлек сабыйҙы, үҙ балаларылай күреп ярата Зәйнуллиндар.
Эльвинаның бәләкәйҙән үк йыр-моңға һәләте барлығын күргәс, ҡыҙҙы музыка мәктәбенең фортепиано класына уҡырға бирәләр.
Баланы кескәй сағынан уҡ нимә менән булһа ла мауыҡтырырға, бушты-бушҡа ауҙарырға ваҡыт бирмәҫкә кәрәк, ти Римма Ғәрәфетдин ҡыҙы.
Ҡыҙ бала мотлаҡ рәүештә өй эштәрен дә белеп үҫергә тейеш, хеҙмәт ярҙамында тәрбиәләһәң, үҙе эшләгәндең „емеше„ лә татлырыҡ була, тигән фекерҙә Римма ханым.
Өфө ҡалаһының балаларҙы хәстәрләү һәм ҡурсалау идаралығы дүртенсе йыл рәттән иң яҡшы баланы уллыҡҡа йә ҡыҙлыҡҡа алған ғаиләне билдәләү маҡсатында фестиваль ойоштора. Быйыл сараға 300-ҙән артыҡ кеше йыйылды.
Бындай саралар йәмғиәттә ғаиләнең абруйын күтәрергә, балаларҙы уллыҡҡа йә ҡыҙлыҡҡа алған ғаиләләргә үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашырға ярҙам итә, ти ойоштороусылар.
Йыл һайын фестиваль иң яҡшы ғаиләләрҙе баһалау һәм бүләкләү менән тамамлана. Быйыл Өфө ҡалаһынан ете ғаилә иң шәбе тип табылды.