Буласаҡ летчиктар, космонавтар, авиаторҙар бергә йыйылды

Тулыраҡ: Буласаҡ летчиктар, космонавтар, авиаторҙар бергә йыйылды

Өфө дәүләт авиация техник университетында Александр Можайский исемендәге авиация тарихын өйрәнеү һәм һауала осоу буйынса халыҡ-ара олимпиадаһының төбәк этабы үтте. Еңеүселәр Мәскәүҙә йомғаҡлау этабында Башҡортостан данын яҡлаясаҡ. Людмила Реутоваға 13 йәш. Быйыл ул олимпиадала “Аэродром” диорамаһын һәм йыһанда сүп-сар йыя торған үҙенсәлекле робот тәҡдим итте. Авиация тарихын өйрәнеү һәм һауала осоу буйынса олимпиада 15-се тапҡыр уҙғарыла. Һайлап алыу туры республиканың 8 район һәм ҡалаһында үтте. 600-ҙән ашыу йәш ғалим һәм уйлап табыусы конкурста үҙ эштәрен тәҡдим итте.Олимпиаданың төбәк этабына яҡынса 60 кеше сыҡты. Һәр финалист һайлап алыу комиссияһы алдында үҙ проектын яҡланы. 60 конкурсанттың иң-иңдәре Мәскәүҙә үтәсәк йомғаҡлау этабында Башҡортостан данын яҡлаясаҡ.Йәйгеһен бөтә еңеүселәр һәм бүләкләнеүселәр Урал Солтанов исемендәге Халыҡ-ара аэрокосмос мәктәбенә шөғөлләнәсәк.