Борон-борондан һәр халыҡ үҙенең йолаларына нигеҙләнеп йәшәгән, үҫешкән. Йолалар милли ғорурлыҡ, милли хистәр, мәҙәнилекте тәрбиәләргә ярҙам итә.
Ошо аҙнала Ишембай ҡалаһында үтәсәк "Торатау мираҫы" асыҡ, төбәк-ара фольклор фестиваленең дә төп маҡсаты күп милләтле Республикабыҙҙа милли йолаларҙы һаҡлап ҡалыу.
Беҙҙә ҡунаҡта — Ишембай районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Әлфиә Тимербулатова, Ишембайҙың мәҙәни ял итеү үҙәге белгесе Фәнил Кинйәғолов һәм шулай уҡ, беҙгә Ишембай районы Кинйәбулат мәҙәниәт йортоноң "Миләш" фольклор ансамбле лә ҡушылыр.