Пришел инвестор!

Мегаферма и молочно-товарная ферма в Зианчуринском районе получили вторую жизнь. О проблемах этого сельхозпредприятия мы неоднократно рассказывали в наших прошлых выпусках. Новые помещения крупного сельхозпредприятия пустовали и покрывались паутиной более трёх лет, а люди потеряли работу. Теперь туда пришёл инвестор и жизнь закипела снова. Репортаж Закира Шарипова.

Когда-то Дамир Кульчурин работал механизатором в «Зирганской МТС». На том самом предприятии, которое обанкротилось. Теперь ему никуда не надо уезжать на заработки.

Дамир Кульчурин, тракторист:

«Люди возвращаются обратно в село, потому что есть работа».

К проблеме подключилось Правительство Республики. Начались поиски инвестора. Его нашли. В соседней Оренбургской области. Они создали рабочие места и завезли нетелей.

Фуражер Рафит Ганиев тоже очень рад, что для жителей создают рабочие места. По его словам село снова возрождается.

Рафит Ганиев, фуражер:

«В мегакомплексе и на ферме кипит работа, надо успеть и там и тут. Главное у людей настроение хорошее».

 Несколько дней назад коров завезли и в некогда пустующую Ново-Чебенковскую мегаферму. И не обычных бурёнок, а элитных. «Голштинок» тщательно отбирали в Европе: Германии, Голландии и Чехии. 

Динар Калимуллин, исполнительный директор агропромышленного предприятия:

«В планах — с одной коровы получать до 40 литров молока в сутки».

Что касается рабочих мест, пока на предприятиях трудятся 70 человек. Но уже в следующем году здесь планируют набрать ещё сотрудников.

Дамир Аитов, руководитель районного подразделения:

«Как только завезли нетелей, число рабочих мест увеличилось на десять. В планах еще набрать 50 сотрудников».

Пока «иностранные буренки» на карантине. Потом их планируют перевести в другие коровники. Кстати, инвестор собирается построить еще одну ферму.

«Эту корову зовут Милагрос… ».

Нина Азнабаева — оператор машинного доения. Два года назад она оказалась в числе 236 человек, потерявших работу. С тех пор люди упорно боролись за возрождение фермы. Теперь Нина вернулась к своей профессии.

Нина Азнабаева, оператор машинного доения:

«Слава богу, у нас каждый день есть работа, спасибо большое телеканалу «Россия».

Местный руководитель крупного агрохолдинга Динар Калимуллин сначала занялся фермой в деревне Кузебеково. Сейчас здесь трудятся 20 человек, и содержится порядка трёхсот голов КРС.

Зульфия Ганиева, оператор машинного доения:

«В день каждая из нас надаивает по пятьдесят коров. Работа нравится, зарплату получаем вовремя»

Хлопот у сельчан много — каждый день на двух фермах надо кормить более семисот коров. Хотя сами аграрии признаются — земельные ресурсы в этой части Башкирии — по кормам ограничены. Именно поэтому на полях установили новую систему орошения. Оборудование внутри фермы тоже обновили. Для животных закупили новые поилки, отремонтировали и сами помещения. В общей сложности инвестор вложил более 700 миллионов рублей. И эта сумма далеко не окончательная.

Ильшат Фазрахманов, и.о. заместителя премьер-министра Правительства РБ — министра сельского хозяйства:

«Данный инвестор был у нас на «Инвестчасе». Все необходимые поручения от правительства мы получили. Составили дорожные карты и дальше будем развиваться еще где-то два года, заполнять именно эту территорию».

Обновление ферм продолжится и дальше. Ведь проектная мощность мегакомплекса — 1280 голов. Кстати, в этом году республика Башкортостан закупила более 5 тысяч породистых нетелей. Из них одна пятая часть завезена из-за границы.

Закир Шарипов, корреспондент:

«Но ещё три года назад здесь была совсем другая ситуация. Построенные в 2012-ом по программе «500 ферм» — два хозяйства в деревнях Кузебеково и Новые Чебенки — пришли в упадок. Сотни сельчан остались без работы, а современное оборудование ржавело. Мы об этом рассказывали на протяжении трех лет. Теперь у населения есть рабочие места». 

Скоро и в Аургазинском районе республики Башкортостан появится мегаферма на 6 тысяч голов. Этот проект будет самым большим в агропромышленном комплексе региона.


Инвестор килде

Ейәнсура районы Яңы Себенле ауылында мегакомплекстың буш тороуы, ауыл халҡының эшһеҙ интегеүе тураһында беҙҙең телеканал репортаж күрһәткәс, ниһәйәт, бында инвестор килде һәм комплексҡа таналар индерелде. Был ваҡиғаның тарихы 2015-се йылдан башлана. Хужалыҡ бөлгөнлөккә төшкәс, техниканы һәм малды билдәһеҙ йүнәлештә алып китеп бөтәләр. Һөҙөмтәлә, фермалар буш, 7 ауылдан йөҙләгән кеше эшһеҙ ҡала. Ҡужабаҡ аҙбары 2012-се йылда “500 ферма” программаһы буйынса төҙөкләндерелгәйне. Бында өр-яңы ҡорамалдар ҡайтарыла. Меңдән ашыу малға иҫәпләнгән “Яңы Себенле” һөтсөлөк-тауар фермаһы ла Башҡортостандың ғорурлығы булырға тейеш ине. Әммә, бында эштәр бер нисә йылға туҡтап ҡала. Дамир Ҡолсурин ваҡытында Зиргән МТС-нда тракторсы-комбайнсы була. Һуңынан ситтә фермерҙарға ялланып эшләй. Хәҙер үҙенең тыуған ауылында хеҙмәт урындары булдырыла. Быйыл Башҡортостан хөкүмәте ярҙамы менән инвестор табылды. Компания кешеләрҙе эш менән тәьмин итә һәм фермаларҙы мал менән тултыра башланы. Ошо көндәрҙә сит илдәрҙән тоҡомло таналар ҡайтарылды. Фураж әҙерләүсе Рәфит Ғәниев та эш булғанға ҡыуанып бөтә алмай. Уның әйтеүенсә, фермалар гөрләп торғас, ауылдарға ла йәм инә.  Инвестор “Яңы Себенле” комплексына 470-тән ашыу тана индерҙе. Уларҙың барыһы ла тиҙҙән быҙаулап, һөт бирә башлай. Әле компания 70-гән кешене эш менән тәьмин иткән. Бында тағы ла өҫтәмә хеҙмәт урындары булдырыласаҡ. Әлегә сит илдән килтерелгән бөтә мал да карантин үтә. Һуңынан улар башҡа аҙбарҙарға күсереләсәк. Инвестор өҫтәмә ферма ла төҙөргә уйлай.  Һауынсы Нина Аҙнабаева һөнәренә тоғро ҡалған һәм хеҙмәт юлын башлаған Ҡужабаҡ фермаһында эшләүен дауам итә.Ҡужабаҡ һөтсөлөк фермаһына ла быйыл мал индерҙеләр. Бында 300-гә яҡын тоҡомло мал аҫрала, 20 кеше эш менән тәьмин ителгән.  Хужалыҡ игенселеккә лә ҙур иғтибар бүлә. Бында быйыл баҫыуҙарҙы һуғарыу системаһы булдырылды. Инвестор фермаларҙы тәртипкә килтереүгә, тоҡомло мал, техника һатып алыуға һәм башҡа эштәргә 700 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлткән.Быйыл Башҡортостанға 5 меңгә яҡын тоҡомло мал ҡайтарылған. Уларҙың 1 мең 150-һе сит илдән килтерелгән. Хәҙер инде Ейәнсура ерендә төпләнгән таналар шуларҙың бер өлөшө.  Яңы Себенле ауылындағы мегакомплекстың һәм Ҡужабаҡ һөтсөлөк фермаһының буш тороуы тураһында беҙ 2015-се, 2016-сы һәм 2017-се йылдарҙа төшөрөп күрһәткәйнек. Ниһәйәт, бында инвестор килде һәм икеһенә лә мал индерҙе. Хәҙер уларҙа 700-ҙән ашыу тоҡомло таналар аҫрала. Ә иң мөһиме яҡын урынлашҡан ауыл халҡы эшле булды. Тиҙҙән Ауырғазыла 6 мең баштан ашыу һауын һыйырына иҫәпләнгән фермалар төҙөү ҡарала. Был — Республика агросәнәғәт комплексындағы иң ҙур проект буласаҡ. Дөйөм хаҡы 4 ярым миллиард һумға баһаланған  төҙөлөш бер-нисә этапта уҙғарыла. Сумма юғары булһа ла, ул сығымдарҙы тулыһынса аҡлаясаҡ. Фермалар сафҡа тапшырылғандан һуң йөҙәрләгән кешегә хеҙмәт урындары булып, йылына 9 мең тонна һөт һауыласаҡ.

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Өфөләге Вәлиди күпере ябылды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөләге Вәлиди күпере ябылды

Шәмбенән Зәки Вәлиди урамы аҙағындағы үткәүел тулыһынса ябылды. Һынау рәүешендә башҡарылған сара эштәр ваҡытында хәрәкәтте дөрөҫ ойоштороу маҡсатынан эшләнде. Хәҙер реконструкцияланған объектты урап йөрөргә тура килә. Эштәр барышын һәм буласаҡ һөҙөмтәне хәбәрсебеҙ Иҙел Алсынов барланы. Зәки Вәлиди...

19 января 2021
Смотреть видео Уҡытыусылар белемен камиллаштыра | ГТРК «Башкортостан»

Уҡытыусылар белемен камиллаштыра

Өфөнөң Уҡытыусыларҙың  педагогик оҫталығын өҙлөкһөҙ үҫтереү үҙәгендә офлайн форматында йылдың беренсе курстары үтте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, киң профилле һөнәри колледж нигеҙендә ойошторолған был заманса үҙәк йыл аҙағында ғына асылғайны. Ул “Киләсәк уҡытыусыһы” федераль проектының “Мәғариф”...

19 января 2021
Смотреть видео Православ христиандар иң изге дини байрамдарын билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

Православ христиандар иң изге дини байрамдарын билдәләй

 Дини ышаныуҙар буйынса был көндө барлыҡ йылға, шишмә, күлдәрҙәге һыу изге тип һанала. Башҡортостанда йәшәгән православ христиандар ҙа иордань — уйылған мәкеләргә сумып үҙҙәрен сафландыра. Һыуҙа сайыныу өсөн меңәрләгән кеше йыйыла, шуға күрә һәр урында хәүефһеҙлек саралары төплө башҡарыласаҡ....

19 января 2021
Смотреть видео Тау хатаны ғәфү итмәй | ГТРК «Башкортостан»

Тау хатаны ғәфү итмәй

Республикала тауҙан шыуып йәрәхәтләнгән балалар һаны өс тиҫтәгә яҡынлаша. Был насар күрһәткес, әммә үткән йыл менән сағыштырғанда күпкә аҙыраҡ. Ҡотҡарыусылар әленән- әле әүҙем ял урындарына рейдҡа сыға һәм ял итеүселәргә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫкәртә. Оҙайлы байрам көндәрендә әүҙем ял итергә...

19 января 2021
Смотреть видео Өфө йәнә иртәнге тығындарҙа тора | ГТРК «Башкортостан»

Өфө йәнә иртәнге тығындарҙа тора

Яңы эш аҙнаһы ҡала халҡы өсөн һынауҙан башланды. Зәки Вәлиди урамы һәм Салауат Юлаев проспекты киҫелешендәге үткәүел тулыһынса ябылыу сәбәпле, юлдарҙа 7-8 баллыҡ тығындар барлыҡ килде. Хәҙер реконструкцияланған объектты урап йөрөргә тура килә. Көн һайын был юлдан меңләгән машина үтә. Водителдәр...

19 января 2021
Смотреть видео Сүп-сар өсөн түләүҙәр артасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Сүп-сар өсөн түләүҙәр артасаҡ

Тик бөтәһе өсөн дә түгел. Тарифтар ҡаты ҡалдыҡтарҙың нисек сығарылыуына ҡарап билдәләнәсәк. Был турала премьер-министр Андрей Назаров төбәк операторҙары һәм профилле ведомство вәкилдәре ҡатнашлығында үткән кәңәшмәлә белдерҙе. Башҡортостанда сүп-сар өсөн түләүҙәр 1 февралдән артырға тейеш. Сумма һәр...

19 января 2021
Смотреть видео Республикала вакцина яһау пункттары эшләй | ГТРК «Башкортостан»

Республикала вакцина яһау пункттары эшләй

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, коронавирус инфекцияһына ҡаршы прививка, тәү сиратта,  медицина һәм социаль  өлкәлә эшләүселәргә яһала. Өфөнөң өсөнсө гимназияһы уҡытыусыһы Гөлнар Ғиләжева вакцинаның беренсеһен эшләткән. Балалар менән эшләгән әүҙем кешегә бындай прививка...

19 января 2021
Смотреть видео Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы паспорт индерелә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы паспорт индерелә

Ковидҡа ҡаршы паспорт һәм уның өҫтөнлөктәре, дөйөм вакцинация үҙенсәлектәре, артыҡ йылытыу өсөн түләүҙәр һәм зауыҡлы биләмәләр йылы йомғаҡтары. Төбәктә теркәлгән бер генә ваҡиға ла оператив кәңәшмә иғтибарынан ситтә ҡалмай. Күп милләтле республика халҡының нескә хистәренә ҡағылған рәсемдәргә Радий...

19 января 2021
Милли мөнәсәбәттәр – иң нескә хистәргә бәйле | ГТРК «Башкортостан»

Милли мөнәсәбәттәр – иң нескә хистәргә бәйле

Бөгөн хөкүмәт ултырышында Республика башлығы Радий Хәбиров айырым замандаштарыбыҙ тарафынан башҡорт милли кейемдәрен әҙәпһеҙ рәүештә һүрәтләүенә аңлашылмаусанлыҡ белдерҙе:   «Картиналар төшөрә башлаған бер ханымдың ижады тураһында. Был минең шәхсән фекерем, бәлки яңылышамдыр. Милли кейем...

18 января 2021
Смотреть видео Үҙенсәлекле шөғөл | ГТРК «Башкортостан»

Үҙенсәлекле шөғөл

Өфөлә йәшәгән сәғәт оҫтаһы Алан Һаҙыев тураһында беҙ теүәл бер йыл элек сюжет төшөрөп күрһәткәйнек. 11 йәшлек малайҙың шәхси музейында төрлө йылдарҙа Германия, Швейцария, Францияла сығарылған сәғәттәр бар. Йыл дауамында коллекцияға яңы экспонаттар өҫтәлгән. Уларҙың ҡайһы берҙәрен  таныш...

14 января 2021
Яндекс.Метрика