«У всех одно настроение, паническое настроение, как дальше жить?!»
«Заплатив за газ и электричество, на продукты не остается, можно сказать. Не знаю, как дальше быть!»
«Если долго не работать, детские пособия перестанут выделять».
«С этих сел 177 человек встали на учет. Эта цифра подпортила статистику».
«Коровник кузебековской фермы так и продолжает простаивать. Ну а сейчас, зимой, добраться до входа практически невозможно. Все дороги заметены снегом, чистить которые явно никто не собирается».
«Обещали что привезут нетелей и ферма возобновит работу, но только обещания».
«Да, и дорога есть и коров мы завезли, но показывать не будем».
- Пустите?- Нет!- Почему?- Объект принадлежит администрации, не разрешают.
- Я не смогу прокомментировать.- А кто сможет?- Специалисты сами, наверное, которые на выезде.
«Что вы хотите, почему что-то хотите, какой-то негатив ищете, у вас тон непонятный, почему меня снимаете, для чего снимаете?!».
«В район пришел новый инвестор, зарегистрировали общество с ограниченной ответственностью. Они до нового года закупят 150 голов нетелей. А до 2020 года в хозяйстве должно быть 4 тысячи дойных коров».
Вәғәҙәләр үтәләме?
Уҙған йылдың көҙөндә беҙ Ейәнсура районында заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған ике өр-яңы ферманың буш тороуы, йөҙләгән кешенең эшһеҙ ҡалыуы тураһында сюжет төшөрөп күрһәткәйнек. Властар һәм инвесторҙар 2016 йыл аҙағына тиклем Ҡужабаҡ фермаһына 140 баш мал индерәсәкбеҙ, тип вәғәҙәләгәйне. Беҙҙең ижади төркөм Ейәнсураға барып төрлө кимәлдәге чиновниктарҙың биргән вәғәҙәле буш икәнгә инанып ҡайтты. Ғафар Вәлиев айына ике тапҡыр хеҙмәт биржаһына килә. Инәк хужалығында ветеринар булып эшләгән иргә пенсияға сығырға ике йыл ҡалған. Әммә, йәшәгән ауылында эш юҡ. Инәк совхозы бөлгөнлөккә төшкәс, 7 ауылдан 236 кеше хеҙмәт урындарын юғалта. Уларҙың 177-һе эшһеҙлек буйынса сиратҡа баҫа. 2015 йылдың мартынан алып һауынсылар, тракторсылар һәм малсылар эш эҙләп Иҫәнғолға йөрөргә мәжбүр.Заманында гөрләп торған Инәк хужалығын бөлгөнлөккә төшөргәс, Ейәнсура районында хәл ҡатмарлаша. Эшһеҙлек баҙарында ҡапыл көсөргәнешлек тыуа.Ҡужабаҡ һөтсөлөк-тауар комплексы 2012-се йылда “500 ферма” программаһы буйынса төҙөкләндерелә һәм заманса ҡорамалдар менән йыһазландыра. Әммә, ул эшләмәй тора бирә.Ферманан мал сығарылғас элекке эшселәр эстәге мөлкәт юғалмаһын өсөн тимер ҡапҡаларҙы иретеп йәбештереп ҡуя. Хәл әле һаман үҙгәрмәгән, ишектәр ябыҡ тора. Бында хатта ҡар ҙа таҙартылмаған, яңы ферма янына барырлыҡ түгел. Ә ауыл халҡы эшһеҙ интегә. Йәштәр себер йә башҡа тарафтарға сығып китһә, балаларын тәрбиәләгән әсәләр һәм ололар бер ҡайҙа ла бара алмай. Көндән көн кешеләрҙең өмөтө һүрелә. Яңыраҡ ҡына Ҡужабаҡ һөтсөлөк фермаһын урындағы фермер ҡуртымға алған. Халыҡ әйтеүенсә, бер аҙбарына ул унлаған мал индергән. Әммә, йүнсел һәүкәштәрен күрһәтергә теләмәне. Меңәр баш малға иҫәпләнгән Яңы Себенле һөтсөлөк-тауар фермаһында ла мөңрәгән һыйыр, эшләгән трактор, һыҙғырышҡан мал ҡараусылар һәм йырлаған һауынсылар тауыштары ишетелмәй. Комплекстың сит ил ҡорамалдарын хәҙер инде ҡоштар үҙ ояһы итеп алған. Буш торған аҙбарға был юлы беҙҙе индермәнеләр. Мәсьәләне асыҡлар өсөн беҙ Ейәнсура хакимиәтенә барҙыҡ. Беренсе көндә хакимиәт башлығы, уның урынбаҫары һәм ауыл хужалығы белгестәре эш урынында булманы. Беҙ икенсе көндө лә район етәкселәренән аңлатма алалманыҡ. Үҙен хакимиәттең эштәр идарасыһы тип танытҡан чиновник хәбәрселәрҙе ғәйепләүҙән ары китмәне. Ауыл хужалығы министрлығынан Инәк хужалығын аяҡҡа баҫтырыр инвестор табылды тип белдергәйнеләр. Хатта Ҡужабаҡ фермаһына 2016-сы йыл аҙағына тиклем 140 баш һыйыр ҙа индереләсәк, тип әйткәйне беҙгә министрҙың урынбаҫары. Әммә һүҙ тик һүҙ генә булып ҡалған. Ауыл халҡы яңыраҡ Яңы Себенле һәм Ҡужабаҡ һөтсөлөк фермаларын Өфөнән килгән ҙур хужа ҡарап китте, тип белдерә. Улар әле һаман яҡшы яҡҡа үҙгәрешкә өмөтләнә. Бәлки, яңы комплекстар тиҙҙән эшләп китер. Беҙ был мәсьәләне күҙәтеп барасаҡбыҙ.