225 мең бала бушлай төшкө аш менән тәьмин ителә.

Тулыраҡ: 225 мең бала бушлай төшкө аш менән тәьмин ителә.

Башҡортостанда башланғыс кластарҙа уҡыусы 225 мең бала 1 сентябрҙан бушлай төшкө аш менән тәьмин ителә. Был турала республика етәксеһе Радий Хәбиров белдерҙе. Был маҡсатҡа ил бюджетынан 778 миллион, республика бюджетынан 106 миллион һум аҡса бүленә. Радий Хәбиров белдереүенсә, Башҡортостанда күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙең балалары мәктәптә бушлай туҡланасаҡ. Һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар дәүләт иҫәбенә көнөнә ике тапҡыр йылы аш менән тәьмин ителәсәк.